

“Эскән кеше – иҫерек кеше менән бер”, – ти торғайны беҙҙең ауылда бер ағай. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙә дөрөҫлөк тә бар. Хәмер һемереп тимер атҡа атланған, үҙен әллә кем күреп, шашып-ҡотороп алға атлыҡҡан, күҙе аҡ-ҡара күрмәгән бәндәләр арҡаһында күпме кеше ғүмере өҙөлә! Республика Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, 2024 йылда һәр һигеҙенсе юл-транспорт фажиғәһе иҫерек водителдәр арҡаһында булған.
Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, былтыр, 2 956 тапҡыр теркәлгән юл фажиғәһендә 397 кеше һәләк булған, 3 597-һе йәрәхәтләнгән. Кешеләр күберәк машиналар бәрелешеүҙән йә транспорт аҫтында ҡалып үлгән. Һәр һигеҙенсе фажиғәлә, йәғни 354 аварияла, иҫерек водитель ғәйепле.
Мәҫәлән, күптән түгел Бишбүләк район-ара суды 36 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Судта билдәләнеүенсә, был кеше 2024 йылдың йәйендә иҫерек килеш «ВАЗ 2107» маркалы автомобилгә ултыра. Идараны юғалтып, юлдан сығып оса, ағасҡа бәрелә. 53 йәшлек пассажир тән йәрәхәттәренән шунда уҡ йән бирә, икенсе пассажир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Суд был ирҙе биш йылға иркенән мәхрүм итеп, колония-биләмәгә ебәрергә ҡарар сығара. Ул артабан өс йыл буйы руль артына ултырыуҙан мәхрүм буласаҡ. Һәләк булған пассажирҙың туғандарына мораль зыянды компенсациялау өсөн ике миллион һум аҡса түләйәсәк.
Яңыраҡ Әбйәлил район судында енәйәттә ғәйепләнгән ханыма ҡарата ҡуҙғатылған эш буйынса ултырыш булды. Ул “власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу” һәм “халыҡ алдында власть вәкилен хурлаған” өсөн хөкөмгә тарттырылған. 2024 йылдың 18 ғинуары төнөндә Ташбулат ауылы янында патруль-пост хеҙмәткәрҙәре иҫерек ҡатын йөрөткән автомобилде туҡтата. Инспекторҙар медицина тикшереүен тәҡдим иткәс, ханым уларға аҡыра башлай. Видеоға төшөрөп тороусының телефонын тартып алып, һуғып ебәрә. Судта ҡатын үҙ ғәйебен таный, ул мәлдә иҫерек булыуына һылтана. Ҡылған енәйәте өсөн суд тарафынан уға 50 000 һум штраф һалына. Иҫерек кеше шулай “ҡыйыу” була бит инде – алдында кем торһа ла, эттән алып, эткә һалып һүгергә, тик торғанда бәйләнергә, йоҙроғон эшкә егергә мөмкин.
Күп водителдәр, бер-ике бокал шарап йә берәй шешә һыра эсһә лә, машинаһына ултырмаҫҡа тырыша, сөнки алкотестерҙан, штрафтан, праваһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Патруль хеҙмәтенең был санкцияларынан тыш иң хәүефлеһе – алкоголдең мейегә тәьҫир итеүе. Эскән водителдән айныҡ водитель нимәһе менән айырыла? Бер-ике рюмка хәмер йә берәй көрөшкә һыра эскәндән һуң ҡандағы алкоголь дозаһы 0,2-0,5 промилле була. Тимәк, бер литр ҡанға 0,2-0,5 грамм спирт тура килә. Был дозанан кеше машинаны агрессив йөрөтә, тиҙлекте көсәйтә, киҫкен маневрҙар яһай башлай. Водитель боролошта йә уҙышҡан саҡта эргәләге автомобилдәрҙең тиҙлеген дөрөҫ самаламай. Тирә-яҡтағы объекттарҙың дәүмәлен, күләмен насар тоя.
Алкоголдең 0,5–0,8 промилле дозаһында, йәғни ике-өс бокал һыра, 3-4 рюмка араҡы йә коньяк эскәндән һуң, кешенең яҡтылыҡ алышыныуға реакцияһы насарая – ҡараңғы участоктан ҡапыл яҡтыһына йә, киреһенсә, яҡты участоктан кинәт ҡараңғы урынға барып юлыҡҡанда ул юғалып ҡала. Ул юлдағыларҙың маневрына иғтибар итмәй, хәүефте лә аңлап етмәй. Светофорҙың төҫтәрен, бигерәк тә ҡыҙылын, йүнләп аңғармай. Шуға ла эскән кеше фараларын көслө яҡтыртып, ҡаршыға килеүсе транспорттағы водителдең күҙен сағылдырыуы ихтимал.
0,8–1,2 промилле дозаһында (4-5 көрөшкә һыра, берәй шешә шарап йә шампан, 10 рюмка араҡы) водитель юлда үҙенә йөкмәтелгән яуаплылыҡты онота. Ҡаршыға килеүсе йә алда барыусы транспорт менән автомобиле араһындағы алыҫлыҡты тоймай. Координация насарая, күҙҙең күреү мөйөшө тарая. Водитель газ менән тормоз педалдәрен дә бутарға мөмкин. Ә бына 1,2–1,5 промилленән күберәк алкоголь нормаһы менән кеше автомобилде ҡабыҙа ла, парковкала урынлаштыра ла алмай.
Бер-ике йотом алкоголь йотҡан водитель арҡаһында ла ҡот осмалы фажиғәләргә тарырға була. Аяныслы бәләләрҙән йыраҡ торорға теләһәгеҙ, эскән кешенең машинаһына ултырмағыҙ, үҙегеҙ ҙә һуҡмыш көйө юлға сыҡмағыҙ!
Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 12.8-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, эскән килеш машина йөрөткән өсөн 45 мең һум күләмендә штраф һәм 1,5-2 йылға транспорт менән идара хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған.
Иҫерек кешегә автомобилеңде биреп торһаң да, Кодекстың 12.8-се статьяһының 2-се өлөшө нигеҙендә 45 мең һум күләмендә штраф түләйәсәкһең, етмәһә, 1,5-2 йылға водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡағасаҡһың.
Иҫерек көйө праваһыҙ-ниһеҙ руль артына ултырһаң йә водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән хәлдә лә тимер атҡа атланып маташһаң, 12.8-се статьяның 3-сө өлөшөнә ярашлы, суд ҡарары менән, 10–15 тәүлеккә административ ҡулға алынасаҡһың йәиһә 45 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
Шуға күрә, батырайып китеп, иҫерек килеш автомобилегеҙгә инеп ултырыр алдынан йөҙ генә түгел, мең тапҡыр уйлағыҙ. Сөнки был осраҡта эргәгеҙгә ултыртҡан пассажирҙарҙың да, тирә-йүндәге кешеләрҙең дә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo