

Бер байрамды ла татлы ризыҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Хәйбулла районының Аҡназар ауылы егете Айгиз Килдебаев торт бешереү серҙәрен өйрәнгәндә тап ошо хаҡта уйлай. Йәш кондитерҙы тыуған яғында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Уның ҡулы менән барлыҡҡа килгән, ауыҙҙа иреп торған ризыҡтар бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Бөгөн Айгиз Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә белем ала. Уҡыу мәшәҡәттәре ташып торһа ла, ул күңеленә ятҡан һөнәренә тоғро ҡала. Көндән-көн үҙенең оҫталығын үҫтереп, яңынан-яңы рецептар өйрәнә. «”Кеше нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның өсөн үҙ ҡулдарың менән эшләнгән бүләк иң ҡәҙерлеһе һанала”», — ти Айгиз.
— Айгиз, ни өсөн тап ошо һөнәргә тотонорға булдың?
— Бала саҡтан уҡ аш-һыу менән мауыға инем. Туғандарымды тәм-том менән һыйлап, күңелдәрен күрергә яраттым. Теүәл ун йыл элек һеңлемдең бер йәше тулыуына байрам табынына торт эшләп ҡарарға булдым. Апайымдың ярҙамы менән ябай ғына бисквит бешереп, уны әҙер крем менән туҡыным. Аҙаҡ өҫтөн крем менән ҡаплап, ситен еләк менән биҙәнем. Торт ябай ғына килеп сыҡһа ла, ҡунаҡтарға оҡшаны. Шул ваҡыттан торттар бешереү менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Бөгөн был һөнәр миңә бик ҙур ҡыуаныс килтерә, шулай уҡ ижад итергә мөмкинлек бирә.
— Һәм бөгөн һин ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкәнһең...
— Әлбиттә, кеше шөғөлөнә күңелен һалып эшләһә, уңыш үҙенән-үҙе йылмая. Бер урында туҡталып ҡалмауымды, һәр ваҡыт торт өсөн яңы фигуралар, бешереү ысулдарын эҙләүем минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш тип һанайым. Кондитер — ул ашнаҡсы ғына түгел, ә рәссам да, скульптор ҙа. Уның эшенә аҙыҡты әҙерләү генә түгел, ә дизайнын уйлап табыу, матур биҙәү ҙә инә. Ун ете йәшемдә ағайым менән еңгәйемдең туйына дүрт яруслы торт «төҙөнөм». Уның ауырлығы 12 килограмм тирәһе булды. Шул торт менән нисек йонсоғаным һаман хәтерҙә. Әммә тырышлығым бушҡа китмәне — бик тәмле килеп сыҡты, ҡунаҡтар харап оҡшатты.
Фәһим Әхмәров.
Дауамын "Шоңҡар"ҙың 4-се һанында уҡығыҙ.