

Баймаҡ районы табиптарына ҡарап үлек йәндәр темаһының заманса вариантын күрергә була. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының прокуратураһы районда эшләүсе ике табиптың ҡырын эшен тикшергән. Баҡһаң, планды тултырыр өсөн, улар күптән үлгән ике пациентына диспансеризация уҙғарғандар икән. Яҡшы, тәжрибәле табиптар булһалар, бындай ҡырын эшкә ҡулдары бармаҫ ине лә, күрәһең, халыҡтың ышанысынан күптән сыҡҡан кешеләр булғандарҙыр инде. Әлеге көндә уларға штраф һалынған, баш табипҡа киҫәтеү яһалған.
Ғөмүмән, халыҡ ҡайһы берҙә поликлиникаларға йөрөмәһә лә, ҡағыҙҙа уларға төрлө "ауырыуҙар" яҙылыуҙары, "дауаланыу" курстары үтеүҙәре тураһында күреп аптыраусылар бер бөгөн генә түгел. Шулай итеп, пациенттарының ышаныстарынан сыҡҡан табиптар план тултыра.
Фото интернет селтәренән алынды.