

"Бәйләнештә" селтәрендә бер төркөмдәге яҙмаға барып юлыҡтым:
- Бер йәш ҡыҙ 25 йәштә ҡыҙ булып ҡалырғамы юҡмы тип яҙғайны. Һәр кем үҙе уйларға тейеш инде баш менән.
Мин үҙ тормошомдо ғибрәт итеп һөйләйем инде. Хәҙер 40 йәшкә еткәс әйләнеп ҡарайым да фәһем өсөн һөйләргә кәрәк тип уйлайым.
Студент саҡта бер егет менән йөрөнөм. Үбешергә лә ояла инем уның менән. Ә уға яҡынлыҡ кәрәк ине. Риза булманым. Әммә ул мине ташламаны. Йәйге каникулға ҡайтып киткәс, шунда үҙен тыя алмаған, эскән баш менән клубҡа сыҡҡан да бер ҡыҙ менән ятҡан да ҡуйған. Көҙгә ул өйләндем тип килде, ғәфү үтенеп, ҡулымды үбеп иланы. Миңә ерәнес булды, ҡулымды тартып алдым да йүгереп ҡайтып киттем. Эй ерәнеп йыуҙым да йыуҙым, теге бисәнең бер бысрағы йоғоп ҡалған кеүек ерәнгес тойғо ине.
Бына шулай юғалттым мөхәббәтемде. Башҡа кешене ярата алманым, үҙемә ышанысты ла юғалттым әллә. Тормошҡа сыҡмай ҡартайып киләм.
Ә теге егеттең ҡатыны йәшәй биргәс уңлы-һуллы йөрөй башланы, айырылыштылар. Башҡаға өйләнде, сөнки мин уға кире килмәҫлек һүҙҙәр әйтеп бөткәйнем инде.
Ул һораған саҡта кире ҡаҡмаһам бергә булыр инек моғайын.
Егеттәр шулай анһат бирелгән менән йоҡлай ҙа, теләген тыя алмай, ҡапҡанға төшә тип уйлайым. Намыҫлыһы ала бит уның. Ә еңел холоҡло ҡатын уға тоғро буламы ни.
Гулящий ирҙәр ҡыҙҙы тотона ла ҡулъяулыҡ кеүек ырғытып китә.
Шундайҙар ҡулына эләгеп ҡуймаһын егет менән йоҡларға йыйынған ҡыҙ.
С.М.