Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Апрель 2025, 05:13

Яныбай Хамматов (Автобиографик повесть) Хәсрәтле бала саҡ

– Йөрәгем тигенгә һиҙемләгән икән!.. Туңып үлгәндер, моғайын... И, тәңрем, үҙең ярлыҡа бәлә-ҡазанан!..

Яныбай Хамматов (Автобиографик повесть) Хәсрәтле бала саҡЯныбай Хамматов (Автобиографик повесть) Хәсрәтле бала саҡ
Яныбай Хамматов (Автобиографик повесть) Хәсрәтле бала саҡ

Хамматов Яныбай Хаммат улы (1925 — 2000) — яҙыусы, дәүләт, хужалыҡ, партия һәм комсомол органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Белорет районының почётлы гражданы.

 

(Әҫәрҙең журнал варианты. Ҡыҫҡартып алынды).

Хәсрәтле бала саҡ

Яныбай Хамматов

(Автобиографик повесть)

1


Иртән иртүк бесән алып килергә киткән атайым оҙаҡлағас, әсәй борсола башланы.
Ҡояш әкренләп байыны. Төн етте. Атайым һаман юҡ.
Бер урында тыныс ҡына ултыра алманы әсәйем. Әле сыуалға ут яҡты, әле ҡаҙан аҫтын болғатты, әле самауырын шыжлатты. Шунан, ҡапыл эшенән бүленеп, ниҙер һағайып тыңланы йә ҡалын боҙға уҡмашҡан бер ҡатлы урам тәҙрәһенән үрелеп ҡараны ла төшөнкөлөккә бирелде.
– И, тәңре, үҙең ярлыҡа! Балаларымдың атаһы берәй бәлә-ҡазаға ғына тарыҡмаһа ярар ине! Былайтып бер ҡасан да оҙаҡлағаны юҡ ине лә баһа! Нимә булды икән?
Урындыҡ ситенә осаһы менән терәлеп, тауыш-тын сығармай еп иләгән Сәхибә апай әсәйемдең өҙгөләнеүенән ялҡты, ахырыһы. Орсоғон зыр өйрөлтөп сиртә-сиртә, ҡаба тарағындағы киндерҙе һул ҡулы менән һуҙғылап, ололарса әйтте:
– Юҡҡа ғына ҡарһаланаһың бит, әсәй! Тенәүге шикелле, утарҙа йәшәүсе берәй белеше менән бергә һөйләшеп ултыралыр әле, моғайын.
– Белмәйем, ҡыҙым, белмәйем шул!.. Ҡайҙа, нисек кенә йөрөһә лә, һау-сәләмәт булһын! Бер-бер яманлыҡҡа олоҡһа, аллам һаҡтаһын, итәк тулы бала-саға менән яңғыҙым ҡалайтырмын? Беренән-бере бәләкәйҙәр шул әле балаҡайҙарым. Яныбайға – дүрт, Мөхәммәтенә – өс, Әминәһененең ике генә йәше саҡ тулды, – тип ыңһырҙаған әсәйем өсөбөҙҙө берәм-берәм ҡосаҡлап һөйҙө лә сәңгелдәктә сырылдаған биләүле бәпесен имеҙергә ултырҙы.
Бер-береһенә һыйынышып, ҡараңғы мөйөштә боҫҡан Мөхәммәт менән Әминә, танауҙарын тыш та мыш тартып, йоҡоға сумдылар, ә мин уларҙың аяғы осонда хәрәкәтһеҙ ҡалдым.
Һуҡыр шәм яҡтыһы тоноҡ төшкән өй эсе ярым ҡараңғы. Эс бошорғос тынлыҡҡа сорналған был минутта бөтөн нәмә үтә серле һәм шомло һымаҡ тойолдо миңә. Ҡобараһы осоп ағарынған әсәйемдең бик йыш уфтаныуы, ҡайҙалыр алыҫта эт өрөүе, ҡышҡы һалҡын бурандың туҡталмай олоуы, бойоҡ тауыш менән сыйылдаған иҫке самауыр һемәгенән тамған тамсыларҙың сап та суп тамыуы, иҙән аҫтындағы сысҡандарҙың сыйылдашыуы, сыуал артындағы сиңерткәнең өҙлөкһөҙ сырылдауы, ҡотолғоһоҙ бәлә яҡынлашыуын белдергәндәй, күңелдәге ауыр тойғоларҙы арттырғандан-арттыра, көсөргәнешлекте көсәйткәндән-көсәйтә бара...
Ҡоро сөрөк онтағы һалынған сепрәккә урап, тамағы туйған бәпесен биләгәс, әсәйем урынынан торҙо. Йымылдашып ятҡан ялҡынлы ҡуҙҙар араһындағы утлы торонбаштарҙы, йәмкәгә эләктереп, усаҡ аҫтына тыҡты ла сыуал мөрйәһен йүшкә менән ҡапланы. Өйҙәге ваҡ-төйәк эшен бөтөргәс, оҙон урындыҡтың түр башына балаҫ йәйеп, Мөхәммәт ҡустым менән Әминә ҡәрендәшемде күтәреп һалды ла уларҙың эргәһенә миңә ятырға ҡушты. Ләкин мин йоҡлай алманым. Аңлайышһыҙ бәлә яҡынлашыуын һиҙгән һымаҡ, ҡурҡышымдан ҡалтырана-ҡалтырана, төнгө тынлыҡта ойоп яттым да яттым.
Әсәйем һаман бөтөрөндө.
– Хәҙер ҡалайтырға? Ниндәй әмәлен табырға? Балалар йоҡлаған саҡта Шәфиҡ кейәүгә барып кәңәш итәйем микән әллә? – тип икеләнеп һораны ла, ашығыс китергә йыйналып, икегә бөкләгән яулығын ябынды, берҙән-бер иҫке, ямау өҫтөнә ямау һалып ямалған бишмәтен өҫтөнә кейҙе. – Һин, Сәхибә ҡыҙым, мин йөрөп килгәнсе, иҙәнде касар менән ҡырып йыуа тор!
Әсәйем ҡушҡан йомошто Сәхибә апай оҡшатманы. Ул, бармаҡтарын сиртеп, еп уралған орсоғон зырылдатып әйләндерә-әйләндерә, ризаһыҙлыҡ белдереп ыңһырҙаны.
– Иҙән йыуҙыртып, тағы әрҙәлгең киләме ағайымдан?
– Ауыҙыңдан ел алғыры! Нисек оялмайһың шулай тиергә? Атай урынындағы кеше бит ул һиңә! Үәт киҫекһеҙ ҡыҙыҡай, мына тәүфиҡһыҙ, – тип асыуланды әсәйем.
Сәхибә апай ҙа, бирешергә теләмәйенсә, һүҙләште:
– Үҙ атайым үлгән минең... Йәнем тартмаған кешене «атай» тиергә телем боролмағас, ҡалайтайым?
– Телең боролмаһа, боролдорормон әле, ҡәҙерһеҙ ҡыҙыҡай! Йәнә шулай тигәнеңде ишетһәм, сәсеңде өҙгөләрмен!
Эшенән бүленгән Сәхибә апай, йәне әрнеүгә сыҙай алмайынса, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.
– Үҙ әсәйең дә ҡыйырһытҡас, ҡалайтырға, нисек йәшәргә инде миңә? Сит ирҙән балаларың тыуғандан бирле, гел нахаҡтан рәнйетәһең! Мин яңғыҙ, ҡыу томшоҡтай, япа-яңғыҙ!.. Үңәсемә һыпыртмаҡ һалып, аҫылып үләйемме инде?..
Ишектән сығырға йыйналған әсәйем кире боролдо. Бишмәте салғыйын ҡайырып, күҙ йәштәрен һөрттө лә күңеле нескәлеге менән Сәхибә апайҙы һөйә-һөйә, иламһыраған тауыш сығарҙы:
– Бәхетһеҙбеҙ, икебеҙ ҙә бәхетһеҙбеҙ шул, балаҡайым... Яҡты донъялыҡта күрәһеләребеҙ шулай булғас, ҡалайтайым? Хәҙер һинең ун биш йәшең тулды. Сабый түгелһең бит. Үҙең дә аңларға, фәһем алырға тейешһең. Миңә лә ошондай тормошта йәшәүе еңел түгел, һәммәһенән ялҡтым, бүктем... Сабыйҙарым хаҡына түҙәм... Үҙеңә мәғлүм бит... Көнөн-төнөн өйрөлөп-сөйрөлөп тә, бер нәмәгә лә етешә алмайым... Иҫ-аҡылым етмәй... Аптыралған инде, бик тә аптыралған... Етмәһә, тағы бәлә сығыр һымаҡ... Балаларҙың атаһы ҡазаға тарыҡһа, ҡалайтырбыҙ? Яман-яҡшы булһа ла, үҙ балаларын үҙе ҡарап ир еткерергә насип ҡылһын Аллаһы Тәғәлә...
– Юҡҡа бөтөрөнмә, әсәкәйем! Уға бер ни ҙә булмаясаҡ. Мин әйтте тиерһең, бына күрерһең, – тине Сәхибә апай, уны йәлләп.
– Ярар, балам, бөттө, бөттө. – Әсәйем бер аҙ тынысланды. – Балаларға күҙ-ҡолаҡ бул. Мин Шафиҡ кейәүгә бара һалып киләйем инде.
Әсәйемдең аяҡ тауышы тышта баҫылғас та, Сәхибә апай үҙ алдына оҙаҡ зарланды. Шунан, танауын мыршылдатып, итәгендәге сүп-сарҙы ҡаҡты, сүбәкле киндер ҡыҫтырылған ҡабаһын йәшерҙе лә иҙән йыуырға кереште. Уның ҡыштыр-мыштыр аҙапланыуына, һыуҙы шоборҙатып ағыҙыуына һәм лысҡылдатып иҙәнде ышҡыған тауышҡа ойоп ята торғас, нисек йоҡлап китеүемде һиҙмәй ҡалғанмын.
Күпмелер йоҡлағанмын, ишек шығырҙап асылғанға йөрәкһенеп уяндым. Үтә саф, һалҡын һауа ағымын эйәртеп әсәйем ҡайтты. Иҙәнде йыуып бөткән Сәхибә апай менән ни тураһындалыр бышылдашып серләшкәндән һуң өҫтөнә кейеп йөрөгән аҡтыҡ күлдәген сисеп йыуҙы ла сыуал тәңгәлендәге урҙаға киптерергә элде.
Мине йәнә йоҡо баҫты.
Байтаҡ ваҡыт уҙғас, төнгө тынлыҡты боҙоп, тәҙрәне зыңҡылдатҡан тауышҡа уяндым. Тышта ҡысҡырған кеше тауышы яман ишетелде. Эске күлдәк тигән нәмәне төшөндә лә, өнөндә лә ишетмәгән һәм белмәгән әсәйем яланғас тәненә бишмәтен ашыҡ-бошоҡ кейҙе лә һуҡыр шәмде тоҡандырған ыңғайында ҡысҡырып илап ебәрҙе. Ҡалтыранған ҡулдары шәм тоҡандырырға ипкенмәгәс, Сәхибә апайға ниҙер шыбырҙап өндәште лә һуҡыр кешеләй һәрмәнә-һәрмәнә урам яғындағы тәҙрәгә табан шыуышты.
– И, тәңре, үҙең ярлыҡа, – тине ул, тауышҡа уянған балаларының зыҡ ҡубарып ыҙғышыуҙарына ла иғтибар итмәйенсә.
Тыштағы кеше, түҙемһеҙләнеп, һаман да тәҙрәне шаҡыны.
– Әҙерәк сыҙа, мин хәҙер, – тип ҡарһаланып, әсәйем үҙ алдына һөйләнде: – Йөрәгем тигенгә һиҙемләгән икән!.. Туңып үлгәндер, моғайын... И, тәңрем, үҙең ярлыҡа бәлә-ҡазанан!.. Ете төн уртаһында тигенгә килмәгән был әҙәм!
– Тыштан өҙлөкһөҙ шаҡынылар.
– Ныҡ ҡурҡынған әсәйем хәлһеҙләнде. Урам яҡ тәҙрә тәңгәленә еткәс тә бер ни әйтә алманы. Шәмәреп илауҙан туҡталып, бер аҙ тынысланғандан һуң ғына тыштағы кеше менән урыҫса һөйләшә башланы.
Уларҙың һүҙен мин аңламаным. Әсәйемдең «тулайым, тулайым» тип ниҙер аңлатыуын ишеткәс кенә аптыраным: «Ниңә улай ти икән? Атайымдың аты талаған микән әллә?»
Ҡарҙы шығырҙата баҫып, тыштағы кеше ҡайҙалыр китте. Тағы тынлыҡ урынлашты. Шунда ла урынынан ҡуҙғала алмаған әсәйем, һулыған сәскә шикелле бәлйерәп, тубыҡланған көйө шаҡ ҡатты. Байтаҡ ваҡыт уҙғас, белгән доғаларын уҡына-уҡына, урындыҡ буйлап кирегә шыуышты.
– Балаларымдың атаһы иҫән-һау булыуына шатмын, сикһеҙ шатмын, тәңрем... Теләгем ҡабул булғанға шөкөрмөн...
– Ул урыҫ нимә әйтте? – тип һаҡлыҡ менән һораны Сәхибә апай.
– Беҙҙең белеш ул, – әсәйем ауыр һуланы. – Туҡанға китеп бара ята икән... Балаларҙың атаһын Әүжән баҙарында күргән икән... Бесән һатып тора ине, ти. Йәкшәмбе баҙарына бер ыңғай етеп ҡайтырға ниәтләнгән, ти... Иҫәнлеге – шатлыҡ. Башы һау кеше йөрөй-йөрөй ҙә өйөнә ҡайта... – Сәхибә апайға сәңгелдәкте бәүетергә ҡушып, әсәйем оҙаҡ уйланып ултырҙы. – Әлеге урыҫ – һәйбәт, изгелекле белеш. Уны фатирға индермәүем өсөн эсем бошто. Өйҙә ир заты йәшәмәгәс, ҡалайтайым, йәпһеҙ шул. Үҙе ҡайтһа, анһыҙ ҙа, әллә ниндәй бәлә ябып интектерер әле...
Яңыраҡ ҡына атайым ғүмере өсөн ҡурҡып өҙгөләнгән әсәйҙең икенсе нәмә тураһында һөйләүенә артыҡ иғтибар итмәйенсә, бер аҙ тынысланып, мин йоҡлап киткәнмен.

II

Төн бик мәшәҡәтле уҙғанғамылыр, иртәнсаҡ ғәҙәттәгенән һуңлабыраҡ уяндым. Түшәктән тороуыма күңелһеҙ күренештең әҫәре лә ҡалмағайны. Боҙло тәҙрә аша ҡояш яҡтыһы төшкән өй эсе байрамса йыйыштырылыуын күргәс, ҡыуанысым артты. Бындағы таҙа, саф һауа бөтә нәмәгә йәм өҫтәй, тын алыуҙы еңеләйткәндәй һәм донъяны матурлатҡандай тойола. Сыуал, усаҡ һәм көлдөксә ап-аҡ ағартылған, иҙән, ишек яҡтауҙары, урындыҡ сите, стена буйындағы һикеләр касар менән ҡырылып, һап-һары итеп йыуылған. Шап та шоп һемәгенән һыу ағыҙып өҙлөкһөҙ шыжылдаған иҫке самауыр, өр-яңылай ялтыратылған, барлы-юҡлы ҡашығаяҡтарыбыҙ ҙа үҙ урындарына урынлаштырылған.
«Атайымдың ҡайтыуын көтәләр икән», тигән һығымтаға килеп, мин өй эсендәге нәмәләрҙең таҙалығына һоҡланыуымды белдем.
Иҙән уртаһындағы ҡояш яҡтыһы урындыҡ өҫтөнә күсте. Уның алтын нурҙарына ҡойонған төрлө төҫтәге ваҡ-ваҡ ҡына туҙан осҡондары күҙгә сағыла. Яңы бешерелгән икмәк еҫе танауҙы ҡытыҡлай, яҡты донъяла йәшәүгә дәртләндерә, йәм өҫтәй, нимәлер эшләргә ашҡындыра кеүек. Оҙон төн буйы олоған тыштағы буран да ярһыуынан баҫылған. Бер көтөү турғайҙарҙың, сыр-сыу килеп, ҡысҡырышыуҙары ишетелә. Кис йыуып киптергән тап-таҙа, берҙән-бер күлдәген кейгән әсәйемдең көләс йөҙө алсаҡ, шатлыҡлы балҡый. Ул көҙгө ярсығын һике ситендәге сеүәтәгә терәп биҙәнде. Мәлһеҙ ҡырау төшкән сөм-ҡара сәсен тарап, икегә бүлеп үрҙе, ҡашын төҙәткеләне, һырланған бит алмаларын еңелсә ыуҙы. Биҙәнеп бөткәс, минең яҡҡа боролоп ҡараны ла шатлыҡлы йылмайҙы.
– Ниңә әҙерәк тағы йоҡламаның? Уянғас, ниңә шып-шым ғына ятаһың? Бар, битеңде йыу ҙа тамаҡ ашап ал. Тиҙҙән атайың ҡайтып етер инде. Баҙарҙан тәм-том алып ҡайтһа, күмәкләшеп, бергә-бергә йәнә сәй эсәрбеҙ, Алла бойорһа, – тип, ул минең башымдан һыйпаны, ҡабырғамдан һөйҙө.
Әсәйемдең ошолай алсаҡ, бошонҡоһоҙ, ҡайғыһыҙ-моңһоҙ, күтәренке кәйефтә булыуын бик һирәк күрергә тура килгәнлектән, мин ихлас ләззәтләндем, күңелемдәге ҡыуаныс, тетрәткес байрам тойғоһо икеләтә артты.
Кинәндергес минутты оҙағыраҡҡа һуҙырға тырышып, балаларға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән йоҡомһораған булып, башымды һалындырған көйө, күҙҙәремде йомдом.
– Их, һин, тумастай, юрамал хәйләләшәһең бит! – тип көлә-көлә, әсәйем яп-яланғас осамды сәпелдәтте. – Йә, йә, һыҙылып-мыҙылып ултырма инде! Бар, йыуын. Ана, Мөхәммәт ҡустың менән Әминә ҡәрендәшең байуҡ тороп, тамаҡ ашанылар ҙа инде. Ә һин, ағай була тороп, һаман ултыраһың!..
Мин, иркәләнеп, ҡош балаһылай, әсәйемдең ҡултығы аҫтына һыйындым.
– Ә-cәй... Әcәкәйе-е-ем!..
– Әү, әү, балаҡайым! – Минең иркәләүемә әсәйем дә шат, ҡәнәғәт. Ул минең өсөн йәп-йәш һымаҡ. Түп-түңәрәк йөҙөндәге сирылыштары ла, аҡ сәстәре лә, биҙәнгәндән һуң, кәмеп ҡалғандай күренде.
– Әсәй, әҙерәк кенә тағы ултыр инде, – тип, мин уның беләгенә йәбештем.
– Үәт, иркә! Үәт, рәхәт ауыл кешеһе! Тик ултырып эш сығамы? Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын, тигәндәй, улай оҡшамаҫ, улым. Атайың ҡайтһа, нимә тиербеҙ? Уның тамағына берәй нәмә яраштырырға кәрәгер...
– Саҡ ҡына ултыр инде, – тип һаман инәлдем.
– Бәләкәй бәпес булдыңмы? Йә, йә, алама ҡыланма!
– Шул саҡ тышта мыҡырыҡлаған кәзә тауышы ишетелде.
Күп тә уҙманы, ишек шар асылды. Яңы ғына донъяға тыуған өс бәрәсте күтәргән Сәхибә апай менән уның артынан эйәргән ҡара кәзә күренгәс, әсәйем урынынан һикереп торҙо.
– Ҡара кәзә бәрәстәгән дә баһа, – тип шатланып, ул Сәхибә апайға ярҙамлашты. – Сыуынын һалманымы әле?
– Һалды.
– Ҡайҙа ташланың?
– Аҡтырнаҡҡа бирҙем.
– Кәзә үҙе ашамағас, бик һәйбәт, – тине әсәйем ҡәнәғәтләнеп. – Үҙ сыуынын ашаған малдың һөтө ҡорой ҙа ҡуя. Аллаға шөкөр! Ҡара кәзәбеҙ бәрәсләгәс, һөткә инде артыҡ интекмәбеҙ. Хәҙер үк ыуыҙ һөтөн һауып, балаларға эсерергә кәрәк. Бик тә шифалы була бит ул ыуыҙ һөтө!
Ваҡыт тигән нәмә бигерәк тә тиҙ үтте. Ишек төбөндәге стена менән сыуал арты араһындағы бушлыҡҡа кәзә бәрәстәрен урынлаштырып, ыуыҙ һөтө һауылған ҡара кәзәне тышҡа сығарып, туҙҙырылған өй эсен ҡабаттан йыйыштырғансы, төш уҙып, көн кискә табан һарҡты.
Төшкө сәйҙе эскәндән һуң, барлыҡ донъябыҙҙы онотоп, беҙ, балалар, зыҡ ҡубарып шаяра башланыҡ.
– Беҙҙең шаярыуыбыҙ әсәйемә оҡшаманы.
– Саң туҙҙырмағыҙ, тумастайҙар, – тип орошто ул беҙҙе. – Исмаһам, атайығыҙ ҡайтҡансы таҙа торһон өй эсе! Эш тапмайынса, улай ҡоторғансы, барығыҙ, атайығыҙ ҡайтҡанды күҙәтегеҙ. Уны беренсе булып күргәне маладис була!
Беҙ, ашығып, урам яҡтағы тәҙрәгә ябырылдыҡ. Сит-сото боҙҙан әрселгән тәҙрәнән урамды күҙәтә башланыҡ. Бер кем дә күренмәне унда. Күрше-тирәләге кешеләрҙең кәзә-һарығы сыуаҡта ҡыҙына, хужаһыҙ эттәрҙең һирәк-мирәк сабып уҙыуы күҙгә сағылып ҡалғылай. Уларға иғтибар итмәйенсә, юл буйындағы тиҙәк араһында соҡсонған турғайҙар көтөүен күҙәттем. Турғайҙарға әүрәп, әсәйем ҡушҡан йомошто ла онотҡанмын. Эргәмдә үрһәләнгән Мөхәммәт, шуғаса ныҡлы асылмаған телен һаҡауландырып:
– Тилә!.. Атай, ана, тилә – тип ҡысҡырғас ҡына, ҡапыл һиҫкәнеп, ул күрһәткән яҡҡа боролоп ҡараным. Ҡола бейә егеүле санаға тейәлгән бесән өҫтөндә ултырып килгән атайымды күргәс, ҡыуанысымдан мин дә ҡысҡырып ебәрҙем:
– Атай, ана, атай килеп ултыра!..
– Өйҙәгеләр һәммәһе өтәләнде.
Әсәйем, күлдәксән көйө, аяғына ҡуңалтаҡ ҡатаһын эләктерҙе лә ишектән сығып йүгерҙе.
Беҙ, бәләкәй балалар, атайҙың күстәнәс алып ҡайтасағына өмөтләнеп, кемуҙарҙан ҡысҡырыша-ҡысҡырыша зыҡ ҡубарҙыҡ. Тышта ҡапҡа асылған тауыш, ҡола бейә бышҡырғаны һәм атайым менән әсәйем һөйләшкәне ишетелде.
Мин, атайымдың иҫән-һау ҡайтыуына ҡыуанып, һаман ҡоторондом. Минең ыңғайға Мөхәммәт менән Әминә лә алҡышланып-шашынып ҡысҡырышты.
– Атай тилә!
– Атай мәм-мәм бирә!..
Сәхибә апай, урҙаға аҫыулы сәңгелдәкте бәүелдерә-бәүелдерә, беҙгә екеренде:
– Сеүегеҙ! Бәпәйҙе уяттығыҙ бит, суҡынмыштар!
– Атай ҡайтҡан, – тинем.
– Ҡайтһа ни? – Сәхибә апай, сәңгелдәктәге сабыйҙы йоҡлатҡас, түрбаштағы ҡашығаяҡ менән аҙаплана башланы.
Бер бәйләм крәндил, ҡолас иңлеге икмәк, тәм-том тултырылған тоҡсайҙы тотоп ингән әсәйҙең шатлыҡлы йөҙөн күргәс, беҙҙең ҡыуанысыбыҙ баштан артты.
– Ағайым нимә эштәй? – тип һораны Сәхибә апай, һағайып.
– Атты туғарып, алдына бесән һала. Артыҡ бызмырҙама һин, ҡыҙым. Урындыҡҡа ашъяулығыңды йәй ҙә, ашарға хәстәрлә, – тине әсәйем.
Атайымдың аяҡ тауышы ишетелде. Ул, өйгә ингәс, түргә туп-тура уҙманы. Һап-һары итеп йыуылған өй эсендәге күркәм күренешкә күҙ йүгертеп сыҡты ла, баҫҡан урынында тапана-тапана, ерән төҫлө һаҡал-мыйығына уҡмашҡан боҙ киҫәктәрен берәм-берәм айырғылап, асыу менән һуҙҙы:
– Әһә-ә-ә!.. Кем өсөн ошолай маташыуыңды, минең алда өйрөлөп-сөйрөлөп юхаланыуың сәбәбенә төшөндөм! Мин юҡ саҡта берәй абышҡа килдеме әллә?
– Ниңә юҡты һөйләйһең, атаһы? – ҡулындағы төйөнсөктө аҡтарыуҙан туҡталған әсәйем, күҙҙәрен шар асып, ҡурҡышынан дер ҡалтыранды. – Һәммәһе нахаҡ! Иҫән-һау ҡайтыуыңа ҡыуанышып бөтә алмайбыҙ, ә һин...
– Ете төн уртаһында тәҙрәнән туҡылдатыу ҙа нахаҡмы?!
– Ул бит, ул... белешең... Әүжән баҙарынан һине ҡайтҡан тип килгән... – Әсәйем, нисек аҡланырға белмәйенсә, аптырап, шаҡ ҡатып торҙо. – Танманым... Белешең тәҙрә туҡылдатыуы хаҡында үҙем әйттем дә баһа!.. Әүжән баҙарында йөрөүеңде унан белдем...
Уны тыңларға ла теләмәне атайым. Аяҡтарын тыпырҙатып, екеренде-екеренде лә, сыуал эсе төбөндәге көлдө иҙәнгә услап һирпә-һирпә, сабатаһы менән лас-лос тапарға кереште. Көлдөксәләге самауырҙы аңғармаҫтан тибеп осорғас, ене ҡубып, оторо ярһыны һәм әсәйемә ташланды.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас