Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 10:33

Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған.

Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡБашҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

Республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен белгән, яратҡан башҡа милләт вәкилдәре Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына ҡушылды.

Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған.

Республиканың милли музейында ла "Беҙ - һуғыш балалары" тип исемләнгән диктант яҙыу ойошторолдо. Текстты музейҙың бүлек мөдире Зилара Хәмитова уҡыны. Диктантты бергәләп яҙыу күңелле һәм матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.

Теләге булған һәр кем диктантты онлайн алымда яҙа. Йылдағыса 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башланды. Эфир тамамланғандан һуң яҙма https://bashdictant.ru/  сайтына, https://vk.com/bash_tvhttps://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыла. Теләүселәр ошо яҙмаларҙы ҡарап, диктантты һуңыраҡ та яҙа ала.

 
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ
Автор:
Читайте нас