Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Апрель 2025, 14:04

Сара матур байрамға әйләнгән

Телебеҙ, халҡыбыҙ мәңге йәшәһен, һуғыштар тиҙерәк тамамланып, ир-егеттәребеҙ өйҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктәр менән был диктантты яҙҙыҡ... 

Сара матур байрамға әйләнгәнСара матур байрамға әйләнгән
Сара матур байрамға әйләнгән


"Йыл да ойошторолған башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары әүҙем ҡатнаша.
Быйылғы текст темаһы Ватанды һаҡлаусыларға, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың "Онотмаҫҡа!" тигән тексын яҙҙыҡ. Телебеҙ, халҡыбыҙ мәңге йәшәһен, һуғыштар тиҙерәк тамамланып, ир-егеттәребеҙ өйҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктәр менән был диктантты яҙҙыҡ. Барыбыҙ ҙа матур кәйефтә килдек һәм сара үҙенә күрә бәләкәс кенә бер байрамға әйләнде", - ти башҡорт теле уҡытыусыһы Нурзилә Исмәғилева. 

Сара матур байрамға әйләнгән
Сара матур байрамға әйләнгән
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас