

"Элек беҙҙең халыҡты һөргөнгә ебәрһәләр, бөгөнгө көндә Башҡортостандың йөҙ меңдән ашыу халҡы унда үҙе теләп китә. Үҙе теләп, тип әйтеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер. Һыуыҡта, ҡырағай тәбиғәт шарттарында, ғаиләһенән ситтә йәшәргә кем теләһен инде!? Нужа йөрөтә. Кемдер ипотека, кредит ҡоллоғонан тиҙерәк ҡотолорға теләй. Икенсеһе тиҙерәк донъя бөтәйткеһе китеп бара ла... бата. Сөнки әлегәсә: "Етәрлек аҡса эшләнем. Башҡа бармайым", - тигән кешене күргәнем юҡ. Донъяның тишек-тошоғо табылып ҡына тора. Нәфсе тигәнең дә үгеҙ күтәнендәй. Фатирын-өйөн ҙурайтҡыһы, еллерәк машина алғыһы килә... Ун биш йылға яҡын мин дә шулар араһында йөрөйөм.
Замана декабристкалары ла юҡ түгел. Вахтовиктарҙы юғарыға үрләтмәйҙәр.Түрә-хужа булыр өсөн шунда йәшәргә кәрәк. Йылдар буйы өйгә ҡайтмай йәшәү ҙә мөмкин түгел. Ҡатыны, балалары артынан эйәреп килә инде.
Себер ул беҙҙеке. Эштә яңы килгән кешенән: "Ҡайҙан?" - тип һорамайбыҙ. "Ҡайһы райондан килдең?" - тибеҙ. Башҡортостаныбыҙҙа туған телебеҙҙә ауыҙ тултырып һөйләшергә тартынһыҡ та, унда рәхәтләнеп башҡортса аралашабыҙ. Ҡайһы саҡта беҙҙең янда, урман төпкөлөндә, айыу-төлкө, ҡош-ҡорт беҙҙең һөйләшеүҙе тыңлап башҡорт теленә төшөнә башлайҙарҙыр кеүек. Үҙебеҙҙекеләр аңламаһа ла..." - ти ун биш йылға яҡын вахтала йөрөгән Салауат Урманшин.