Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Апрель 2025, 14:46

Батырҙар иҫтәлегенә

Ғафури районында МХО-ла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа килде. 

Батырҙар иҫтәлегенәБатырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә

РФ Дәүләт думаһы депутаты Рима Баталова, мәғариф министрлығы урынбаҫары Инесса Косолапова менән бергә Ғафури районы халҡы "Иҫтәлек баҡсаһы" акцияһында ҡатнашҡан.Красноусол ауылының "Йәшлек" паркында МХО-ла һәләк булған батырҙар иҫтәлегенә 120 төп миләш һәм йүкә үҫентеһе, ә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Еңеү Аллеяһында 80 төп шыршы ағасы ултыртылған. Бынан тыш, Ғафури районының Ибраһим, Ҡауарҙы, Мораҡ, Ҡурғашлы, Сәйетбаба ауылдары халҡы ла был акцияға теләп ҡушылған.

"Улыбыҙ Алмаз иҫтәлегенә беҙ ҙә ағас ултырттыҡ. Ейәнем, МХО-нан яраланып ҡайтҡан улым Азат, тормош иптәшем менән был акцияла теләп ҡатнаштыҡ. Ваҡыттарын бүлеп килгән һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм. Ағастар матур итеп үҫһен, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын", - ти Гөлсинә Шафиҡова акция тураһында тәьҫораттары менән бүлешеп.  

Батырҙар иҫтәлегенә
Батырҙар иҫтәлегенә
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас