Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Май 2025, 11:20

Эй, ҡөҙрәтле башҡорт теле!

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыласаҡ. Ҙур сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытылған төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, район, ҡала хакимиәттәре мәғариф идаралыҡтары (бүлектәре) методистары,  белгестәре, башҡорт балалар баҡсалары тәрбиәселәре, юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле уҡытыусылары, профиль буйынса белем алыусы студенттар  ҡатнашасаҡ.

Эй, ҡөҙрәтле башҡорт теле!Эй, ҡөҙрәтле башҡорт теле!
Эй, ҡөҙрәтле башҡорт теле!

 

12-13 майҙа башҡорт теле уҡытыусылары II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына йыйыласаҡ. Ҙур сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡорт теле уҡытылған төбәктәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, район, ҡала хакимиәттәре мәғариф идаралыҡтары (бүлектәре) методистары,  белгестәре, башҡорт балалар баҡсалары тәрбиәселәре, юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле уҡытыусылары, профиль буйынса белем алыусы студенттар  ҡатнашасаҡ.

Съезд 13 майҙа асыла. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы ҡатнашасаҡ һәм республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Тематик майҙансыҡтарҙа башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса  фекер алышыуҙар ойоштороласаҡ. Күргәҙмәләр эшләйәсәк.

Съезды Башҡортостан  Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы башҡорт, рус туған һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусылары ассоциацияһы үткәрә. Сара Башҡортостан Башлығы, БР Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты,  мәғариф өлкәһендә эшләгән урындағы үҙидара органдары булышлығында үтә.

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас