

Нух ғәләйһиссәләм кешелектең икенсе атаһы тип һанала. Ул әҙәп-әхлаҡты юғалтҡан халыҡҡа пәйғәмбәр итеп ебәрелә. Нух ғәләйһиссәләмдең халҡы поттарға табына, кешеләргә яуызлыҡтар эшләй һәм иң ауыр гонаһтарҙы ҡыла. Әлеге йәмғиәттең әҙәпһеҙлегенә ҡарамаҫтан, Нух ғәләйһиссәләм бала саҡтан дөрөҫ юлдан бара, бер Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡыла. Нух ғәләйһиссәләм һыу һибеү, ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, көтөүсе, балта оҫтаһы һәм төҙөүсе була.
Нух ғәләйһиссәләмгә илле йәш тулғас, Аллаһы Тәғәлә уға пәйғәмбәрлек бирә һәм ул туғыҙ йөҙ илле йыл дауамында пәйғәмбәрлек ҡыла. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти:
“Беҙ Нухты үҙ ҡәүеменә ебәрҙек, ул илле йылдан тыш мең йыл улар араһында булды. Улар ҡаты бәғерле кешеләр булдылар, һәм уларҙы туфан һыуы һәләк итте” (Әл-Ғәнкәбүт 29:14).
Ысынында кешелек йәшәйешенең беренсе осоронда поттарға табыныу булмаған. Ул ваҡытта бер илаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тарала, әммә ваҡыт үтеү менән дингә инаныу боҙола һәм Нух ғәләйһиссәләмдең халҡы араһында ул киң тарала.
Ҡасандыр был халыҡтан биш кеше сыҡҡан: Вадд, Сува, Йагус, Йаук һәм Насыр, улар үҙҙәренең тәҡүәлектәре менән билдәле булалар. Риүәйәттәр буйынса, әлеге биш кеше Иҙрис ғәләйһиссәләм сәхәбәләре булғандар. Уларҙың бер-бер артлы вафат булыуҙары халыҡҡа ҙур ҡайғы килтерә. Һәм улар тураһында иҫтәлекте һаҡлап ҡалыу өсөн, ҡәрҙәштәре был кешеләрҙең һындарын яһай башлай. Кешеләр ваҡыт үткән һайын әлеге һындар янына йөрөй башлай һәм хаҡ кешенән ишеткән нәсихәттәрҙе бер-береһенә һөйләйҙәр.
Әммә бер нисә быуын алмашынғас, кешеләр әлеге һындар ни өсөн яһалғанын онота һәм Аллаһҡа ширк ҡыла башлайҙар. Ваҡыт уҙғас, һындарға табыныу әлеге халыҡтың рәсми диненә әүерелә. Ялған дин киң таралыу алғас, Аллаһы Тәғәлә кешеләргә Нух ғәләйһиссәләмде ебәрә.
Ҡөрьәндә былай тиелә:
“Һис шикһеҙ, Беҙ: “Тилмерткес ғазап уларға килгәнсе, ҡәүемеңде киҫәт!”– тип, Нухты ҡәүеменә ебәрҙек” (Нух 71:1).
Үҙ һүҙле һәм дингә ышанмаусы халыҡ
Нух ғәләйһиссәләмдең көрәшенә һәм бер нисә быуаттар дауамында дингә саҡырыуына ҡарамаҫтан, уның халҡы ҡыфырлыҡта ныҡ тороуын дауам итә. Уның халҡы бик үҙ һүҙле була. Бер нисә кешене һанамағанда, уларҙың береһе лә хаҡ юлға баҫмай. Нух ғәләйһиссәләм үҙ халкын ун быуатҡа яҡын дингә саҡыра, йәғни был ваҡыт эсендә кешеләр генә түгел, хатта таштар йәки ағастар ҙа иман килтерә алған булыр ине. Әммә оҙаҡ ваҡыт дәғүәт алып барыуға ла ҡарамаҫтан, был халыҡтың бары тик бер нисә тиҫтәһе генә иман килтерә. Мөфәссирҙәрҙең аңлатма биреүҙәренә ҡарағанда, Нух ғәләйһиссәләм халҡынан бары һикһән кеше генә динде ҡабул итә. Ҡайһы бер мөфәссирҙәр иһә, Нух ғәләйһиссәләмдең саҡырыуы менән һигеҙ кеше генә Аллаһыға инанған тип һанай.
Кире ҡағып ҡына сикләнмәйсә, кешеләр Нух ғәләйһиссәләмдең дошмандарына әүереләләр, уның тырышлыҡтарына һәм дәғүә эше алып барыуына ҡаршы киләләр.
Был хаҡта Ҡөрьәндә былай тиелә:
“Уларҙан алда Нухтың ҡәүеме лә ялған тип һанаған ине. Улар Беҙҙең ҡолобоҙҙо ялғансы тип һананылар һәм: “Бер дыуамал!”– тинеләр. Ул туҡтатылды” (“Әл-Ҡәмәр” 54:9).
Башҡа бер аятта әйтелә:
“Әйттеләр: “И, Нух! Әгәр ҙә ваз кисмәһәң, таш атылғандарҙан булырһың” (Әш-Шүгәрә 26:116).
Әммә Нух ғәләйһиссәләм уларҙың янауҙарына бер ҙә иғтибар итмәй. Был баҫым һәм янауҙар уның рухын һындырмай, хоҡуҡ көсөн бөтөрмәй, ул кешеләргә Аллаһы Тәғәләнән алынған асышты еткерергә ынтыла. Ул халыҡты дингә саҡырып өйҙән өйгә йөрөй. Ишек аша һорайҙар:
– Кем бар?
– Был – Нух. Аллаһынан башҡа бүтән ысын Илаһ булмағанға, һәм мин – Уның илсеһе булыуына ышаныс килтерегеҙ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күп илаһҡа ышаныусылар асыуланып ишек асҡандар, уны мыҫҡыллағандар. Әммә, быға ла ҡарамаҫтан, Нух ғәләйһиссәләм йорттан йортҡа йөрөүҙе дауам итә, ҡулын төшөрмәй, үҙенең эшен эшләй.
Поттарға табыныусылар Нух ғәләйһиссәләмдең үҙ дәғүәтенән кире ҡайтмауын күрәләр, һәм уға таштар аталар. Таштар шул тиклем күп була, хатта ҙур булмаған ҡалҡыулыҡ барлыҡҡа килә, һәм Нух ғәләйһиссәләм әлеге таштар аҫтында ҡала. Күп илаһҡа табыныусылар “Моғайын, ул үлгәндер. Ниһайәт, беҙ унан ҡотолдоҡ” тип уйлап, өйҙәренә таралышалар.
Әммә Аллаһы теләмәһә, кеше кемде лә булһа үлтерә аламы? Бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң, Нух ғәләйһиссәләм аңына килә, таштар өйөмөнән сыға һәм үҙенең дәғүәт эшен тағы йорттан йортҡа йөрөүҙе дауам итә. Шулай итеп, Нух ғәләйһиссәләм арымай-талмай күп быуаттар дауамында кешеләрҙе иманға һәм дингә саҡыра. Ҡайһы ваҡыт күңеле төшөп ул Аллаһҡа ялбара: “И, Раббым! Ныҡлы ышаныс менән мин көнө-төнө ҡәүемемә дәғүәт ҡылдым. Әммә минең дәғүәм уларҙың асыуҙарын ғына арттырҙы. Дәғүәт иткән һайын, улар ҡолаҡтарын ҡапланы, кейемдәренә төрөндөләр, үжәтлек күрһәттеләр һәм, маһайып, тәкәбберләнделәр”.
Шулай ҙа Нух ғәләйһиссәләм ышанған: уның халҡы иман килтермәһә лә, башҡа быуын вәкилдәре иман килтерерҙәр. Әммә яңы быуын вәкилдәре тағы ла нығраҡ монафиҡлыҡ һәм дингә ышанмаусанлыҡ күрһәтә. Улар кире ҡағыу юлына баралар һәм поттарға табыныуҙы дауам итәләр. Бер нисә быуат дауамында исламды аңлатыуына һәм халыҡты иманға саҡырыуына ҡарамаҫтан, Нух ғәләйһиссәләм үҙ халҡында ышаныс билдәләрен һәм күңелдәре йомшарыуҙы күрмәй, Аллаһыға ярҙам һорап доға ҡыла. Милләт халҡы иһә: “Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, беҙгә Илаһының нимә менән янауы турала әйт”, – ти. Нух әйтә: “Теләһә, уны һеҙгә Аллаһ ҡына килтерә ала. Ул – Раббығыҙ. Һәм Уға ғына ҡайтарыласаҡһығыҙ”.
Аллаһы Тәғәлә был ҡәүемдең тәккәберлеге өсөн язалар ебәреп тора: бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ булып, уларҙың барлыҡ мал-мөлкәте, ерлектәре һәләк була, баҡсалары кибә, тыуыусылар һаны кәмей. Улар мохтажлыҡ кисерәләр һәм ярлылыҡта йәшәй башлайҙар. Һәм барыбер иман килтермәйҙәр, буйһонмаусанлыҡтарын тағы ла арттыралар. Хатта Нух ғәләйһиссәләмде үлтереү менән ҡурҡыталар.
Нух ғәләйһиссәләм кәмә төҙөү эшенә керешә
Нух ғәләйһиссәләм үҙ ҡәүеменең ышаныс килтермәйәсәген аңлай. Шул ваҡытта ул ҡулдарын күккә күтәрә һәм үҙенең доға ҡылыу хокуғын файҙалана. Ул быға тиклем килгәндәрҙең береһе лә ҡылмаған доға ҡыла. Ул ләғнәт итә, ерҙәге кафырҙарҙың барыһын да юҡҡа сығарыуҙы һорай. Ҡөрьәндә былай тиелә:
“Нух әйтте: “И Раббым! Ер йөҙөндә кафырҙарҙың йәшәү урындарында беркемде лә иҫән ҡалдырма! Сөнки Һин уларҙы ҡалдырһаң, Һинең ҡолдарыңды аҙаштырырҙар. Улар ҡафыр һәм гонаһлы кешенән башҡа бер кемде лә тыуҙырмаҫтар” (Нух 71:26-27).
Аллаһы Тәғәлә был доғаны ҡабул итә, кафырҙарҙың юҡҡа сығыуын теләй, һәм Нух ғаләйһиссәләмгә кәрәкле күрһәтмәләр бирә:
“Беҙҙең һаҡлауыбыҙ менән һәм әхәтебеҙ менән кәмә яһа. Золом ҡылған кешеләр өсөн Минән һорама. Һис шикһеҙ, улар һыуға батырыласаҡтар” (Һуд 11:37).
Шулай итеп, Нух ғәләйһиссәләм, дин әһелдәре менән бергә, ҙур кәмә төҙөү эшенә керешә. Әлбиттә, Нух ғәләйһиссәләм кәмәне нисек төҙөргә кәрәк икәнлеген белмәй. Уны Аллаһы Тәғәлә Ябраил ғаләйһиссәләм аша өйрәтә.
Ул ваҡытта ағастар бик күп булған, сөнки эргә-тирәлә ҙур һәм бейек урман үҫкән. Нух ғәләйһиссәләм урманға киткән һәм кәмә төҙөү өсөн ағастар киҫә башлаған. Нух ғәләйһиссәләм киҫелгән ағастарҙы ботаҡтарҙан һәм ҡырыларҙан таҙартҡан, һәм әлеге кәмәне йыйырға керешкән. Аллаһы Тәғәләнең әмере менән Нух ғәләйһиссәләм кәмәнең тышҡы яғын йоҡа таҡталар менән тышлай. Шуның менән бергә кәмәнең эсен һәм тышын яҡшылап ыҫмала менән эшкәртә.
Кәмәнең ҙурлығы: киңлеккә илле аршын, оҙонлоҡҡа өс йөҙ аршын һәм бейеклеккә утыҙ аршын. Кәмә өс ҡатлы була. Иң аҫҡы ҡатта хайуандар, урталағы ҡатта кешеләр, ә иң өҫкө ҡатта ҡоштар була. Нух ғәләйһиссәләм кәмә төҙөлөшенә бар көсөн һәм ваҡытын бирә. Халҡын өгөтләүҙән туҡтай, әммә халыҡ уны үҙе тыныслыҡта ҡалдырмай, мыҫҡыллы ҡараш менән былай тигәндәр:
– И Нух! Һиңә нимә булды? Хәҙерҙән һин беҙҙҙең менән һөйләшмәйһең һәм Раббыңдың әмерҙәрен аңлатмайһың. Һин урманда ағастар киҫәһең һәм карап төҙөйһең. Һинең өсөн хәҙер пәйғәмбәрлек вазифаһы ауыр була башланы, һәм хәҙер һин балта оҫтаһы булдыңмы?
Ҡайберәүҙәр уға былай тип әйткәндәр: “Кем инде карапты тау башында төҙөй? Карап яр буйында төҙөлә. Күрәһең, ул аҡылдан шашҡандыр”. Ахыр сиктә, Нухты мыҫҡыллап, улар кәмәгә килеп үҙ хәжәттәрен үтәйҙәр.
Әммә Аллаһы тарафынан әлеге ҡәүемгә яҙылған ваҡыт кәмегәндән-кәмей барған, һәм яза миҙгелдәре тағы ла яҡынлашҡан. Кәмә бик тиҙ төҙөлә. Мөьмин-мосолмандарҙы мыҫҡыллаған әлеге иманһыҙ халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә ауырыуҙар ебәрә, уларҙың тәндәрендә йәрәхәттәр һәм яралар барлыҡҡа килә. Табибтар һәм дауалаусылар әлеге ауырыуҙан дауа таба алмайҙар, ниндәй генә дарыу ҡулланып ҡараһалар ҙа, ул шифа килтермәй. Әлеге яра һәм йәрәхәттәрҙән берҙән-бер дауа булып кешеләр үҙҙәре кәмәне бысратҡан нәжес торған. Ғәләмәт хәл! Әлеге боҙоҡ халыҡ өсөн Аллаһы Тәғәлә кәмәне үҙенсәлекле аптека итә, улар барыһы ла әлеге кәмәгә барырға ынтылалар. Улар үҙҙәренең яраларын үҙ нәжестәренә һөртәләр, шулай итеп кәмәне яҡшылап таҙарталар.
Һыу баҫыу
Кәмәне төҙөү бөткәс, Аллаһы Тәғәләнән әмер килә:
“Әмеребеҙ килгәс һәм тандыр ҡайнап сыҡҡас, Беҙ: “Һәр береһенә икешәрҙе һәм, һиңә ҡаршы һүҙ әйтелгәндәрҙән тыш, ғаиләңде һәм иман килтергән кешеләрҙе керет”, – тинек. Уның менән иһә аҙ ғына кеше иман килтерҙе” (Һуд 11:40).
Әлеге әмер ҙә үтәлеп бөтә, кәмәгә урынлаштырыу теүәлләнә. Билдәләнгән сәғәт еткәс, ерҙән һыуҙар бәреп сыға, шулай уҡ күктән көслө ямғырҙар яуа. Быға тиклем күрелмәгән ҡот осҡос көслө ямғырҙар яуғанда күк көмбәҙе асылған кеүек була. Бар ерҙә шишмәләр бәреп сыға. Ер һәм күк һыуҙары бергә ҡушылалар, һыу бик ныҡ күтәрелә башлай.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә:
“Беҙ күктең һыу ҡойолған ҡапҡаларын астыҡ. Ерҙе ярып, унан шишмәләр аттырҙыҡ, шулай итеп һыуҙар тәҡдир ителгән бер эш өсөн ҡушылдылар” (Әл-Ҡәмәр 54:11-12).
Һыу бейеклеге тау осона етә, күпләгән тауҙар һыу аҫтында ҡала. Бер риүәйәт нигеҙендә, һыу тәрәнлеге иң бейек тауҙан һикһән миль бейеклеккә юғары күтәрелә. Шулай итеп, әлеге һыу баҫыу бөтә донъя буйынса булған, хатта бер ус та ҡоро ер ҡалмай.
Нух ғәләйһиссәләмдең дүрт малайының өсөһе – Хам, Сам һәм Йәфис үҙ атаһына иман килтерә һәм улар менән кәмәгә инә. Әммә дүртенсе улы – Кенан (Ям) иман килтермәй. Нух ғәләйһиссәләм мөьминдәр менән кәмәгә кергәс, Кенан ситтә ҡалған. Нух ғәләйһиссәләм уны саҡыра:
“Ул тауҙар кеүек тулҡындар эсендә улар менән ҡуҙғалып киткәс, Нух айырым бер ерҙә булған улына: “И улым! Беҙҙең менән бергә ултыр, ҡафырҙар менән бергә булма”, – тип өндәште” (Һуд 11:42).
Ул үҙ улына карапҡа керергә ҡуша. Был атай кешенең һәм пәйғәмбәрҙең үтенесе була, сөнки ул һуңынан нимә булырын яҡшы аңлаған. Кәмәгә менеүселәрҙән тыш, бар халыҡ та батып үләсәк, ә ахирәттә улар мәңгелек Йәһәннәмдә янасаҡ. Шуға күрә хатта иң һуңғы миҙгелдә лә Нух ғәләйһиссәләм үҙенең иманһыҙ улын дингә саҡыра һәм карапҡа керергә тәҡдим итә. Әммә ул динһеҙлегендә ныҡ тора һәм тәҡдимде кире ҡаға. Ул бер ҡоро ерҙә ҡалып ҡотолоп булыр тип уйлай. Әммә һыу баҫыу алты ай дауам итә. Мөьминдәр Рәжәб айының унынсы көнөндә кәмәгә керәләр, улар алты ай йөҙәләр, Мөхәррәм айының унынсы көнөндә (Ғәшүрә көнөндә) һыу кәмей башлай, һәм кәмә Жүди тауында туҡтап ҡала.
Әлеге һыу баҫыуы Нух ғәләйһиссәләмдең доғаһы сәбәпле барлыҡҡа килә. Әммә әлеге халыҡ үҙе лә язаға лайыҡ була, сөнки улар меңәр йылға яҡын саҡырыуҙарҙы һәм нәсихәттәрҙе ҡабул итмәйҙәр, улар динһеҙлектә үҙ һүҙле булыуҙарын дауам итәләр, пәйғәмбәрҙәренә төрлө ауырлыҡтар килтерәләр.
Һыу баҫыуҙан кәмәгә кереп иҫән ҡалған кешеләр һаны буйынса төрлө риүәйәттәр бар. Шуларҙың береһе буйынса, кәмәгә ҡырҡ ир-ат һәм ҡырҡ ҡатын-ҡыҙ, йәғни һикһән кеше кергән. Башҡа риүәйәт буйынса, кәмәлә бары һигеҙ кеше булған. Улар Нух ғәләйһиссәләмгә иман килтергәндәр һәм хаҡ динде ҡабул иткәндәр, унан һыу баҫыуҙы кисереп, именлеккә ирешкәндәр. Шулай итеп, кешеләрҙең яңы быуыны Нух ғәләйһиссәләм өммәтенән килеп сыҡҡан һәм ер шары буйлап таралған. Бер риүәйәт буйынса, кешеләрҙең яңы быуыны Нух ғәләйһиссәләмдең улдарынан килеп сыҡҡан:
Самдан – ғәрәптәр, фарсылар, византиялылар.
Хамдан – индустар, эфиоптар, суданлылар һәм Африкала йәшәүсе башҡа халыҡтар.
Йәфистән – төрөктәр, бәрбәрҙәр һәм Азияла йәшәүсе башҡа халыҡтар. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти:
“Уны ла, ғаиләһен дә оло хәсрәттән ҡотҡарған инек. Беҙ уның нәҫелен ҡалыусыларҙан иттек” (Саффат 37:76-77).
Әлеге аятты уҡып, Аллаһы Илсеһе салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм һаҡланған быуындар тураһында Хам, Сам, Йәфисте күҙҙә тотоуы хәбәр ителә.
Раббыбыҙ бер аятта былай ти:
Мәғәнәһе: “Беҙ уны (ул кәмәнең иҫтәлеген бик оҙаҡ ваҡыт) бер билдә булараҡ ҡалдырҙыҡ, ләкин өгөт алыусылар бармы? Минең ғазабым һәм киҫәтеүҙәрем ниндәй булды һуң! (Әл-Ҡәмәр, 15-16 аяттар).
“Беҙ уны бер билдә булараҡ ҡалдырҙыҡ” тигән ошо һүҙҙәр һыу баҫыуҙың эҙҙәре ҡаласағын һәм унан кешеләргә ғибрәт алырға кәрәклеген киҫәтеп ҡуя. Шуға был аятта һыу баҫыуҙы өйрәнеү өсөн археологик эҙләнеүҙәр алып барылырға тейешлеге хаҡында ла әйтелә. Уның датаһы беҙгә теүәл билдәле булмаһа ла, яратҡан Пәйғәмбәребеҙҙең (салаллаһу ғәләйһи вә сәләм) хәҙистәренең береһендә былай тип әйтелә:
“Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Нух ғәләйһиссәләм араһында ун кам (быуын, быуат, осор) үткән”. Археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында табылған изге яҙмаларҙа һыу баҫыуға тиклем ун батша булғаны һәм афәт уларҙың унынсыһы ваҡытында килгәне хәбәр ителә. Ислам тарихсылары фекеренсә, Жизрә һыу баҫыуҙан һуң нигеҙ һалынған икенсе ҡала булып тора. Ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә Жүди тауында Нух ғәләйһиссәләм мәсет һалғаны тураһында һөйләнә, имам Харави был тауҙа Нух ғәләйһиссәләмдең йорто булған, тип яҙа. Хәҙерге ваҡытта Жизрәлә (бөгөнгө Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Ширнак) Нух ғәләйһиссәләмдең ҡәбере урынлашҡан, тип билдәләүселәр ҙә бар.
Анатолияның иң боронғо ҡәүеме - Гутилер халҡының изге яҙмаларында (улар хәҙер Лондон музейында һаҡлана) Нух ғәләйһиссәләм ҡәбере Райат ерлегендә урынлашҡан тип күрһәтелә. Райат – Тигр йылғаһынан алып Силопияға тиклем һуҙылған Жизрә үҙәнлегендәге урын. Жүди тауы ла ошонда урынлашҡан.
Беҙҙең эраға тиклем 250-се йылдарҙа йәшәгән Бероссусу монархының һыу баҫыу тураһында тағы ла боронғораҡ сығанаҡтарында Нух кәмәһе Жүди тауына килеп терәлә һәм алданғы быуын кешеләре уның ыҫмалалы киҫәктәренән бетеү яһап йөрөй тип күрһәтелгән.
1972 йылда Жүди тауында ыҫмалаға оҡшаш матдә һәм таҡталар табыла. Анализдар күрһәтеүенсә был матдә 50 мең йыллыҡ, ә таҡталар 6630 йыллыҡтар тип билдәләнә.
Һыу баҫыу тураһында барлыҡ дәлил һәм тикшеренеүҙәрҙе бергә туплап, уларҙы Ҡөрьәндә яҙылғандарҙан, хәҙистәрҙән һәм ислам ғалимдары хеҙмәттәренән сығып өйрәнгән осраҡта тағы ла тулыраҡ мәғлүмәттәр алып булыр ине.
Шаһитлыҡ биреүсе өммәт
Ҡиәмәт көнөндә ҡафырҙар үҙҙәренә тиклем килгән Аллаһ илселәренең пәйғәмбәрлектәрен инҡар итәсәктәр. Һуңынан пәйгәмбәрҙәр, үҙҙәренә йөкләнгән вазифаны үтәнеләр тип шаһит итеп Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи вә сәлләм өммәтен күрһәтәсәктәр.
Миҫал өсөн, бер хәҙистә әйтелгәнсә, Ҡиәмәт көнөндә Нух ғәләйһиссәләм өммәтен килтереләсәк һәм Аллаһы уларҙан һораясаҡ: “Һин уларҙы минең динемә саҡырҙыңмы? “Нух ғәләйһиссәләм яуап бирәсәк: “Әйе, ий минең Раббым!”Аллаһы Тәғәлә уның өммәтенән һораясаҡ: “Һеҙҙе Нух дингә саҡырҙымы? “Улар әйтәсәк: “Юҡ! Беҙгә пәйғәмбәр һәм өгөтләүсе килмәне”. Аллаһы Тәғәлә Нух ғәләйһиссәләмдән һораясаҡ: “Һин әйткәндәрҙе кем дәлилләй ала? “Нух ғәләйһиссәләм яуап бирә: “Мөхәммәт өммәте”.
Шул саҡта был халыҡ Ҡөрьәндең Нух ғәләйһиссәләм тураһында аяттарын уҡып, ошо миссияға шаһитлыҡ биреүсе өммәт буласаҡ.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/man-traditiona