Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2025, 12:05

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды

Йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша.

 Бөгөн, 13 майҙа, Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды.

Йыйында Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша.

Бынан тыш, съезға ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре авторҙары, милли мәғариф өлкәһе ветерандары саҡырылған.

Көндөң беренсе яртыһында съезда ҡатнашыусылар туғыҙ тематик майҙансыҡта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә. Сәғәт 3-тә пленар ултырыш һәм уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы була.

Фото:Башҡортостан мәғариф министрлығы

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы башланды
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас