

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезының икенсе көнө бара.
Башҡортостан Милли китапханаһында «Самрау» майҙансығы эшләне.
Унда модераторҙар булып Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Дәүләт һәм фән эшмәкәре, ғалим, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы Әлфис Ғаязов һәм Милли китапхананың директоры Айгөл Әминева сығыш яһаны.
Сараның төп темаһы – башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе китап уҡыуға йәлеп итеү булды.
Быйыл съезда Башҡортостан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы мәктәптәре, балалар баҡсалары, юғары белем биреү ойошмалары, һөнәри белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнаша.