Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Май 2025, 04:45

Уларҙың быуыны иртә өлгөрҙө

Биленән ҡыҫып тотоп һелтәргә әҙерләнгәндә, егет көрәшсенең ҡолағына: ”Ағай, мин көрәшә белмәйем ул. Һин мине имгәтеп кенә ҡуйма инде”, – тип шыбырлай.  “Ярай һуң”, – тигән булып атайым таҫтамалды бушатыуы була, был уны күтәрә лә һелтәй.

Уларҙың быуыны иртә өлгөрҙөУларҙың быуыны иртә өлгөрҙө
Уларҙың быуыны иртә өлгөрҙө

Сәлихйән Дәүләтбирҙин 1927 йылдың 26 ғинуарында Бөрйән районы Байназар ауылында донъяға килә. Атаһы, Хафиз Ғариф улы Зарипов сабый тыуғандан һуң ун өс көн үткәс тә ҡаты ауырыуҙан вафат була. Сәлихйәндең бала сағы, һуғышта ҡатнашҡан йылдары, тыныс тормоштағы хеҙмәте – үҙе бер романға торошло.

Зирәк Сәлихйән 1933 йылда, алты йәшендә, Тимер башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. 1937 – 1940 йылдарҙа Байназар ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала. 
– Бала саҡта китапты ай яҡтыһында тәҙрә төбөндә ултырып уҡый инем, – тип һөйләй ине атай. – Әкиәттәргә ышандым. “Гулливер сәйәхәте”н уҡығас, мәктәптәге донъя картаһында Австралия тирәһенән Лилипутия, Великандар утрауҙарын эҙләнем. Йәштәр спектакль ҡуйһалар, шаршау артында шәм тотоп суфлер булып ултырҙым. Бер шулай йәштәрҙең уйнағанын ҡарап ятып йоҡоға талғанмын. Төн уртаһында уянып киттем. Клуб элекке мәсеттә  ине. Кеше, мәсеткә ен оялаған, тип һөйләй торғайны. Шуға ҡурҡып илап ебәрҙем. Илайым, илайым да туҡтап, ен тауышы ишетелмәй микән тип, тыңлап алам. Тәҙрәнең бер өлгөһөн алып тышҡа сыҡһам, эргәмә таяҡ, һәнәк тотҡан  ауылдаштар килеп баҫты. Магазин ҡарауылсыһы бабай, минең илағанды ишетеп, ен тип уйлап, кешеләр алып килгән икән. Борон кеше юҡ-барға ышаныусан, ҡурҡаҡ булды.
1940 йылда атайым Иҫке Собханғол мәктәбенең 8-се класына күсә. Шунда уны Бөрйән районына һөргөнгә ебәрелгән күренекле композитор Камил Рәхимов уҡыта. Шул тиклем йыуаш, зыялый, баҫалҡы, тәртипле кеше була ул! Мәктәпкә рояль алғас, ҡыуанысынан Камил Рәхимов шул тиклем үҙгәрә – осоп йөрөй тиһәң дә яҙыҡ булмаҫ! 
1942 йылдың ғинуарында асығып ыҙалаған Сәлихйән уҡыуҙы ташларға мәжбүр була. – “Ҡыҙыл таң” колхозына эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, март айында, үҫмерҙе Аралбай башланғыс мәктәбенә мөдир һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләйҙәр. 15 йәшлек мөғәллим тиңдәштәрен, хатта үҙенән өлкәндәрҙе уҡыта. Тәнәфестә малайҙар менән бергә уйнап та ала. “Бер мәл ҡораллы кеше кискә ҡарай мәктәпкә әсирҙәрҙе килтереп япты. Мылтығын миңә тотторҙо ла үҙе сәй эсергә китте. Шунда нисек ҡулға алыныусылар сығып ҡасмаған?! Нисек милиционер миңә ҡоралын ышанып тапшырған?” – тип аптырап һөйләр ине атайым. Заманы шулай булған инде. Кешеләр ауыр шарттарҙа иртә өлгөргән. Һәләтле мөғәллимде 1942 йылдың сентябрендә Байназар ете йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерәләр. 
Иртә өлгөргән, тигәндәй, 16 йәшлек баланың һуғышҡа китеүен бөгөн күҙ алдына килтереп тә булмай. “Һуғыш минһеҙ бөтөп ҡуйыр, тип уйланым. Ағайҙарҙы оҙатҡанда, улар “ниместәрҙе тиҙ генә дөмбәҫләп, иҙеп ташларбыҙ ҙа ҡайтып төшөрбөҙ” ти торғайны бит, – тип иҫләр ине атайым.
Йәшенә ике йыл өҫтәтеп, 18 йәшлек егеттәр рәтендә 1943  йылдың 23 февралендә үҙ теләге менән  һуғышҡа киткән Сәлихйән запастағы полкка эләгә. Винтовка буйлыҡ ҡына малай роталағы һалдаттарға эйәрә алмай, иң артта йүгереп йөрөй. Шинеле аяғына урала. Өләсәйебеҙ, атайымдың әсәһе Мәрйембикә, улының ҡасып фронтҡа китеүен белеп ҡалғас, ауыл советынан уның ысын йәшен билдәләгән справка алып, Бөрйән военкоматына бара. Ул арала атайым тифтан ауырып, госпиталгә эләгә. Бөрйәндән хәбәр килгәс, Сәлихйәнде штабҡа саҡыртып алалар. Полк командиры малайҙы “ҡотороп йөрөйһөң” тип әрләп ташлай. Ауырыу һалдатты август айында ҡайтарып ебәрәләр. Вагондың икенсе ҡатынан осоп төшкәнен: “Бер хәрби кеше әлдә эйелеп торған, арҡаһына килеп төштөм. Әрләмәне”, – тип иҫләр ине. 
Һалдатты ҡайтыу менән Бөрйән дауаханаһына һалалар. Унда оҙаҡ ҡына ята ул. Бер мәл район хәрби комиссариаты вәкиле килеп уның хәрби кейемдәрен алып китә. Бер кейемһеҙ ҡалған улын күреп, өләсәйем ныҡ көйә. Кешеләрҙән одеял, ул-был һатып алып, шунан күлдәк-ыштан тектереп, бер аҙ һауыҡҡан, ҡоро һөйәккә ҡалған улын өйөнә алып ҡайта. Шул военкомат вәкилен урыҡ-һурыҡ аптырап иҫкә ала ине атайым. Исемен әйтмәне... Ысынлап та, ауырыу, етем баланы нисек кейемһеҙ ҡалдырмаҡ кәрәк!
Сәлихйән 1943 йылда Байназар мәктәбендә уҡытыуын дауам итә. 1944 йылдың ноябрендә, 18-е лә тулып өлгөрмәҫтән, Совет Армияһына саҡырыла. Байкал аръяғы фронтының 39-сы армия 5-се гвардия уҡсылар корпусы, 19-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 54-се гвардия уҡсылар полкының 45 мм артбатареяның орудие наводчигы сифатында Японияға ҡаршы һуғышҡа инә. Монголияның һыуһыҙ далаларын үтеп, ҙур Хинган тауҙарын артылып, япондарҙың Хамун-Арнан, Чжайлайнур нығытылған райондарын ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Хәрби походты йыш ҡына иҫенә төшөрөп һөйләр ине ул. “Төнөн хәрәкәт итәбеҙ. Ныҡ арыта, йоҡо баҫа. Шунда белдем мин кешенең китеп барғанда ла йоҡлағанын. Бер мәл аяғым лырҡ итеп бер бушлыҡҡа инеп китте. Тирә-яҡҡа һаҫыҡ еҫ таралды. Ҡараңғы булғас, аңғармай, яу булып үткәндән һуң алынмай ҡалған мәйет өҫтөнә баҫҡанмын икән. 
Беҙҙең менән оркестр йөрөй. Аттар ҙа арыған, һалдаттар ҙа. Шул саҡ оркестр күңелле көй уйнап ебәргән була. Аттар ҙа елпелдәтеп атлап китә, кешеләргә лә дәрт инә. Ә һыуһыҙ сүллектән үткәндә арҡабыҙҙан аҡҡан тоҙло тир ҡатып, гимнастеркабыҙ бүҫелеп төшә ине.
Бер мәл ҡыуанып: “Яҡташымды таптым!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Егеттәр аптырай, ә мин “Пермь” тип яҙылған артиллерия көбәген ҡосаҡлағанмын... Ысынлап тулҡынландым...”
Йәш һалдатҡа йыш ҡына үлем менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә. Маңлайҙарына таҫма бәйләгән япондарҙы – лазутчик-смертниктарҙы ла күрә.  Дошман пулеметтан һиптергәндә пушка лафетына борсаҡ бәрелгән һымаҡ була. Ҡаты яуҙарҙан һуң да иҫән-имен ҡалған Сәлихйәнгә иптәштәре аптырап: “Ты в рубашке родился”, – тиҙәр. Ә атайым беҙгә: “Мине әсәйемдең доғалары һаҡлап алып ҡалғандыр, мин шуны һиҙгән-тойған кеүек була торғайным”, – тип әйткәйне. 
Бер ваҡыт атайым батареялағыларҙы үлемдән ҡотҡара. Быға тиклем передовойҙағы егеттәрҙе бер нисә тапҡыр япон самурайҙары һуйып киткән була. Атайым яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡамыш ҡыштырҙағанын шәйләй. Шул яҡҡа автоматын тоҫҡап атып ебәрә. Уның батырлығы хаҡында Рәсәй ҡораллы көстәре архивында ошондай яҙма бар. “Батырлыҡ 1945 йылдың 14 авгусында ҡылына. Гвардия ефрейторы Дәүләтбирҙин Сәлих Хафиз улы, 45 мм артбатареяның орудие наводчигы, башҡорт, колхозсы, ВЛКСМ ағзаһы, Маншуй-гол (Манчжурия) төбәк пунктында япон империалистарына ҡаршы ҡаты һуғышта ҡатнаша. Автоматы менән батареяға үтеп инергә тырышҡан самурайҙарҙы ҡыра”. Үҙҙәренең орудиеһынан дошмандың ут нөктәләрен (пулеметтарын) һәм тере көстәрен ҡыйратҡан өсөн Юғары Башкомандующий генералиссимус Сталиндың приказы буйынса рәхмәт хаты ҡабул итеүенә, II дәрәжә Ватан һуғышы орденына, “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булыуына ныҡ ғорурлана ине атайым. Уларҙан тыш “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән дә наградлана.
Атайым армияла йәмәғәт эшендә актив ҡатнаша. Батареяла комсорг, аҙаҡ, 1949 йылда, ВКП(б) ағзаһы булғас, парторг эшен алып бара. Дивизион гәзите хәбәрсеһе була. Порт-Артурҙа хеҙмәт  иткәндә полк китапханаһында аҡ эмигранттарҙан конфискацияланған, революцияға тиклемге орфография менән баҫылған китаптар менән таныша. Толстой, Чехов, Достоевский, Тургеневтың әҫәрҙәрен, сит ил классиктарын уҡып сыға. Был аҙаҡтан уға педучилищела, университетта уҡығанда ныҡ ярҙам итә.
Кесе лейтенант званиеһында 1949 йылдың декабрендә Сәлихйән Хафиз улы демобилизациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһе, улын күреп өлгөрмәй, ул ҡайтҡанса уҡ ҡаты ауырыуҙан вафат була. Етем ҡалған егет Янһарылағы иң яҡын туғанына – Йәнбикә инәһенә килә. 
Ҡыҙыл Армияға алынғанға тиклем атайым мөғәллимлек итеү менән бер рәттән ситтән тороп Темәс педучилищеһының ике курсын тамамлаған була. Хәҙер инде ул Байназар ете йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1950 йылдың мартында Килдеғол ауылы ҡыҙы, әсәйебеҙ Асия Зекриә ҡыҙына өйләнә.
– Элек бер урында оҙаҡ эшләтмәнеләр. Партия ҡуша, тип төрлө ергә күсереп йөрөттөләр. Бер ауылда донъя төҙөп нығынып алһаҡ, тағы күсенергә кәрәк, – тип һөйләр ине әсәй. Атайыбыҙ 1950 йыл аҙағынан 1953 йылдың ноябренә ҡәҙәр ВЛКСМ-дың Бөрйән райкомы секретары була. Артабан  КПСС-тың район комитеты инструкторы, ә 1954 – 1955 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры вазифаһын башҡара. Ошо йылдарҙа ситтән тороп Темәс педучилищеһын тамамлай. Балалар һаны кәмеү сәбәпле, учреждение ябылғас, һәләтле йәш ойоштороусыны Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп раҫлайҙар.
– Йәш саҡта ат егеп, арбала йә санала йөрөгәндә юл буйынса атайың башҡорт, рус, украин йырҙарын йырланы, – тип һөйләй ине әсәй. – Борҡолдатып тәмәке тартып ала ла тағы йыр башлай. Концерттарҙа йыш ҡатнашты. Моңло итеп йырлағаны өсөн уны Бөрйәндең Мәғәфүр Хисмәтуллины тип йөрөттөләр. Спектаклдәрҙә гел бюрократ-чиновниктарҙы уйнаны. Ныҡ килештерҙе. Эсенә мендәр ҡыҫтырып, күҙлек кейеп, портфель тотоп сәхнәгә килеп сығыу менән кеше көлә башлар ине. Кем булып уйнай – аҙаҡ уның исеме менән атап йөрөттөләр. Үсегә белмәне. 
Бер ваҡыт район мәҙәниәт һарайында Октябрь байрамына арналған концерт ойошторалар. Кемдер “Сарман буйҡайҙары” йырын башҡарғандан һуң, концертты алып барыусы атайыбыҙ сәхнәгә ҡағыҙ тотоп килеп сыға. 
– Вот пришла записка. Товарищи просят перевести на русский язык песню “Сарман буйҡайҙары”, – тип алғы рәттә ултырған урыҫ түрәләренә күрһәтә лә тәржемә итә башлай: 
Сарман буйҡайҙары туғай, туғай, 
Туғайында һайрай бер турғай. 
“В Сарманской долине поет воробей”. 
Иртәһен дә һайрай, кисен дә һайрай, 
Һарғайып та үлһен, ти, буғай. 
“И утром поет воробей, и вечером поет, 
Не знай, думает, чтоб я пожелтел да умер что ли”... 
Халыҡ рәхәтләнеп көлә. Аҙаҡ был шаярыуҙы онота алмай оҙаҡ һөйләп йөрөйҙәр. 
Килдеғол ауылында промартелдә эшләгән данлыҡлы ҡурайсы, йырсы Рәхмәтуллин Дәүләтбай ағай бер мәл атайым менән уның улы ролендә спектаклдә уйнай. Уйын барышында атаһы улының артына ҡайыш менән һуғырға тейеш. Репетицияла атайым Дәүләтбай ағайға ипләп кенә һуғып йөрөй. Сәхнәгә сыҡҡас, яра тартып ебәрә бит! Аҙаҡ: ”Ағай нишләп ныҡ һуҡтың ул?” – тип һорағас, атайым:  “Ҡустым, уйнағас, шартына килтереп уйнарға кәрәк!” – тип яуап бирә.
1957 йылдың февралендә атайым Мәскәүгә мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәренең бер айлыҡ курсына саҡырыу ҡағыҙы ала. Ҡарлы, буранлы, һыуыҡ ҡыш. Техника йөрөмәй. Әсәйебеҙ, ыҙалап йөрөмә лә ҡуй, ти. “Юлыма таш яуһа ла барам”, – тип юлға сыға атай. Байназарҙан Мәһәҙейгә тиклем йәйәү килә. Өҫтә тиртун, мамыҡ көпө- салбар, аяҡта табанлы быйма. Ҡурыуҙы тауын менгәс, ҡаршыһына кошовка санала буран туҙҙырып райкомдың беренсе секретары  Муса Билалов килеп сыға. Уны танып: “Дәүләтбирҙин, ҡайҙа киттең?” – тип һорай. Ә ул: “Мәскәүгә!” – тип ҡысҡырғас, хахылдап көлөп китеп бара. Шаяртты тип уйлай инде. 
Юл михнәттәре менән Өфөгә килеп етеп, атайым Мәскәүгә поезға ултыра. Купела – ҡупшы кейенгән дәрәжәле кешеләр. Ниндәйҙер министрлыҡтан Өфөгә командировкаға килеп, ҡайтып барыусы бер ханым, башҡорт егетенән баш ҡалаға ниндәй эштәр буйынса барыуы тураһында ҡыҙыҡһына. Өҫтөндәге кейеменән оялған атайым, оҙаҡ уйлап тормай: “Һунарсылар съезына барам”, – ти ҙә ҡуя. “Ә нимәгә һунар итәһегеҙ?” – тип һорай ханым. “Айыуға”, – тип яуаплағас, юлдаштарының күҙҙәре түп-түңәрәк була. Һорауҙар яуҙыра башлайҙар. Мәскәүгә барып еткәнсе айыусыларҙан ишеткән мажараларҙы үҙенең исеменән һөйләп, тегеләрҙе хайран ҡалдыра атайыбыҙ. Әлеге ҡатынды вокзалда ире ҡаршы ала. Атайымды уға күрһәтеп: «Таныш булығыҙ. Был иптәш Башҡортостандан, айыусы. Һунарсылар съезына килгән», – ти. “Айыусы”ны машиналарына ултыртып, ҡунаҡханаға алып барып, ҡалдырып китәләр. “Һунарсы” шул көндә үк магазиндар буйлап йөрөп, матур итеп кейенеп ала. “Мәскәүҙә булған бер ай ваҡыт минең тормошта иң бәхетле осор кеүек булды. Курстарҙа лекциялар тыңлау менән бер рәттән, көн һайын тиерлек музейҙарға экскурсияларға, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙарға йөрөттөләр. Бер ай эсендә күп нәмәләр күреп, байтаҡ эш ысулдары өйрәнеп, эшкә дәртләнеп ҡайттым. Тик райком күберәк төп мәҙәниәт эшенән айырып, ҡыш көндәре алыҫ фермаларға, йәйге осорҙа баҫыу стандарына командировкаға ебәрер ине”, – тип үкенгәне хәтерҙә уның.
Шул осорҙа бер ауыл һабантуйында Әбйәлил районынан килгән ике кейәү көрәштә барыһын да йығып тик тора. Үҙҙәре: “Беҙ ялан батырҙары!” – тип ҡупайып күкрәк һуға. Бабайҙар атайыма:  “Йә, кейәү, шуларға «урман батырын» күрһәт әле”, – тиҙәр. Атайым быларҙың икеһен дә алып һелтәй.  Аҙаҡ көрәшкә район һабантуйына бара. Берәүҙе еңел генә алып бәрә. Икенсегә майҙанға Тимербулат исемле ҡаҡса ғына егет сыға. Биленән ҡыҫып тотоп һелтәргә әҙерләнгәндә, егет көрәшсенең ҡолағына: ”Ағай, мин көрәшә белмәйем ул. Һин мине имгәтеп кенә ҡуйма инде”, – тип шыбырлай.  “Ярай һуң”, – тигән булып атайым таҫтамалды бушатыуы була, был уны күтәрә лә һелтәй. Шунан һуң атай башҡа көрәш майҙанына сыҡмай.
1957 йылдың авгусында атайыбыҙ үҙ теләге менән мәғариф системаһына күсеп, Килдеғол башланғыс мәктәбендә директор һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Көҙ еткәс, ғаиләһен күсереп ала. Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы работнигы, Башҡортостан Републикаһының мәғариф отличнигы, ағайым  Таһир Сәлих улы Дәүләтбирҙин был осорҙо яҡшы иҫләй: “Иҫке Собханғолдан Килдеғолға октябрь айының һыуыҡ, ямғырлы, йонсоу көнөндә булған ғына әйберҙе арбаға тейәп күстек. Әсәй яңы тыуған Миңзәләне тотҡан. Ғәзиз ағайым, мин, Зәйтүн арбала ҡаралды өҫтөндә ултырабыҙ. Кис ҡараңғыла урманда барғанда, йоҡлап китеп, арбанан ҡолап төшөп ҡалғаным хәтерҙә. Атайым йүгереп килеп күтәреп алды. Нух ағай Көмөшбаевтың  бәләкәй генә өйөндә йәшәнек”.
Атай – йәмғиәт өсөн йәшәгән дәртле, ихлас, күтәренке рухлы, эскерһеҙ, ябай, юҡты бар итеүсе, тәүәккәл кеше ине. Тапҡыр, йор һүҙле, кеше менән уртаҡ тел таба алыусы оҫта ойоштороусы булды. Ул булған ерҙә кешегә эшләүе лә, ял итеүе лә күңелле. Уның етәкселегендә, берҙәм, әҙәпле, ярҙамсыл халыҡ ярҙамында Килдеғолда яңы мәктәп бинаһы төҙөлөп, сафҡа индерелә. Атайым мәктәпкә ҡорамалдар, саңғылар, карталар, китапханаһына китаптар алып ҡайта. Мәктәп янында ағастар ултыртыла, йәшелсә баҡсаһы булдырыла. Ул ваҡытта Килдеғолда күпселек кеше йәшелсә сәсмәгән була. Халыҡ ныҡ ҡыуана. Ауылда тәүге шыршы байрамы үткәрелә. Әсәйебеҙ, оҫта тегеүсе, тегеү машинаһында барлы-юҡлы тауарҙан уҡыусыларға матур костюмдар тегеп бирә. Директор балаларҙың гигиенаһына ла ныҡ иғтибар итә. Ул ваҡытта трахома, тимрәү ауырыуҙары, бет бөтмәгән саҡ. Ауылда сәсте бәке менән ҡыралар йә ҡайсы менән мөнтәйҙәр. Малайҙарҙың сәстәрен атайым мәктәптә машинка менән үҙе ала.  
Атайымдың дәрестәре бик мауыҡтырғыс була. Баланың күңеленә үтерлек итеп һөйләй, аңлата белә. Бигерәк тә йыр дәрестәре күңелле үтә. Ул уҡытыусы ғына булмай, халыҡ менән дә ихлас эшләй. Пропагандист-агитатор булараҡ, субботниктарҙа, ял ваҡыттарында гәзит уҡып, ауылдаштарын һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра, уларҙың һорауҙарына яуап бирә. Буш сағында ҡулынан гәзит, китап төшмәй. Кистәрен, дәрес әҙерләп бөткәс, шәм яҡтыһында балаларына рус телендә Буратино, Чипполино тураһында әкиәттәрҙе образға инеп, тасуирлап уҡый, башҡорт теленә тәржемә итә. Ул бушамағанда башҡортса әкиәттәрҙе әсәй уҡый. Шул әкиәттәрҙе тыңлап сабыйҙар йоҡоға китә...
1961 йылдың июлендә атайыбыҙ Тимер ауылына эшкә күсерелә. Дәүләтбирҙиндәрҙе оҙатырға бөтә ауыл халҡы килә. Сөнки атайымдың ҡайҙа ғына эшләһә лә, йәшәһә лә һәр саҡ абруйы ҙур була. Ә күпме кешене үлемдән ҡотҡара ул! Атайҙың  80 йәшлек  юбилейын үткәргәндә ҡәйнеше Әхмәт Сөләймәнов, күренекле фольклорсы, академик, еҙнәһенә  ағастан үҙе эшләгән “Ҡотҡарыусы” тигән  миҙал таҡты. Ағайыбыҙ ҡайһы ваҡыт атайға, шаяртып, Мазай бабай тип өндәшә ине. Бының  тарихы ошолай: мәктәптә уҡыған саҡтарында, яҙғы ташҡында, өс бөртөк ағасты бергә бәйләп, кәшмәк әтмәләгән Әхмәт ағайым һеңлеһе Гәүһәр апайҙы ултыртып Ағиҙелдән ағып төшөп китә. Иҫке Собханғолға еткәс, кәшмәктәре йылға аша сығып барған паромға барып бәрелә, уның аҫтына инеп китә. Ярай әле паромда атайым була – Гәүһәр апайҙы шәленән эләктереп ала, Әхмәт ағай үҙе паромға һикереп менеп өлгөрә. Беҙҙә Нәби ауылы халҡын “ҡуяндар” тип әйтәләр. Шулай итеп, Н. Некрасовтың ташҡында ҡуяндарҙы ҡотҡарыусы Мазай бабай тураһындағы шиғырындағы кеүек, Ҡуян балаларын ҡотҡарыусы атай ҙа ғүмерлеккә “Мазай бабай” булып ҡала. 
 
х х х
 
1964 йылдың йәйендә атайыбыҙ Иҫке Собханғолға Белорет районының Бөрйән төбәге буйынса халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы итеп саҡырыла. Аппаратта барлығы дүрт кеше. Бөтә техника Шайтан ҡушаматлы бер аттан ғибәрәт. Йылдың төрлө миҙгелдәрендә уға атланып инспектор ауылдарға мәктәп эштәрен тикшерергә сығып китә. Комод тартмаһы төбөндә атайҙың һарғайған ҡалын эш дәфтәре әле лә һаҡлана. Дәрестәргә анализ, документация торошо, йәш уҡытыусыларға методик ярҙам – барыһы ла аныҡ тәртиптә теркәлгән. Мәктәптәргә кәрәкле инвентарь, уҡыу әсбаптары исемлеге аҫтына эре ҡалын хәрефтәр менән: “Как хочешь, табып ебәрергә!” – тип яҙып ҡуйылған. 
Шул осорҙа атайым ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Өфөлә йәйге сессияла имтихандар биреп йөрөгән сағында, ул ваҡытта уҡыусы ғына улдары Ғәзиз менән Таһир, каникулда кирбес заводында эшләп, үҙ белдектәре менән аталарына егерме һум аҡса ебәрә. Атай кеше улдарының ошо ярҙамын бер ҡасан да онотманы, йыш ҡына иҫенә төшөрөп, ҡыуанып һөйләр ине. 
Диплом эшен уңышлы яҡлағас, атайымды деканатҡа саҡырып, аспирантурала уҡырға өндәйҙәр. Ҙур ғаилә башлығына ул ваҡытта, әлбиттә, аспирантура ҡайғыһы булмай! Алты баланы үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға, белем бирергә кәрәк! 
1969 йылда атайымды Иҫке Монасип һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп эшкә күсерәләр. Балалар һаны күп, техника юҡ. Беренсе сиратта директор министрлыҡ аша мәктәпкә машина йүнләй. Мәктәптең завхозы, шул уҡ ваҡытта шоферы, Муллағолов Мәхмүтдин ағай менән икәүләп Волгоград ҡалаһынан йөк машинаһы ҡыуып алып ҡайталар. Мәктәпте һигеҙ йыллыҡтан урта мәктәпкә әүерелдереү өсөн күп көс һала етәксе. Тәүәкәлләп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡыу йорто бинаһына ҙур төкөтмә эшләтә; интернат, ашхана, оҫтахана, йәш уҡытыусыларға фатирҙар төҙөтә. Районда беренселәрҙән булып кабинет системаһы булдырыла. Колхоз ярҙамында мәктәптә егеттәр өсөн тракторсылар, ҡыҙҙар өсөн машина менән һауыу операторҙары курсы асыла. Ауыл хужалығы техникаһын өйрәнгән уҡыусылар мәктәпте тамамлағанда аттестат менән бергә ауыл механизаторы танытмаһы алып сыға. Мәктәп уҡыу, спорт, үҙешмәкәр сәнғәт буйынса тик алдынғылар рәтендә. КПСС  райкомының күсмә Ҡыҙыл байрағы бер нисә йыл рәттән мәктәп түрен биҙәй. Үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан директор йәш, көслө, дәртле, берҙәм уҡытыусылар коллективы менән күңел биреп эшләй. Алдынғы педагог Мулағолов Марат Ғизетдин улы тураһында ғына ла айырым китап яҙырлыҡ! 
Атайым 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла 1990 йылға тиклем уҡытыу эшен дауам итте. Һуғыш ваҡытында төрлө яҡтарҙа, бигерәк тә трудармияла, Еңеү өсөн эшләгән замандаштарына пенсия юллашты – элекке эшләгән урындарынан белешмә-документтар йүнләп алып бирҙе. 1991 йылда сәйәси золом ҡорбандарын реабилитациялау һәм уларҙың балаларына аҡсалата компенсация түләү тураһында закон сыҡҡас, өйөбөҙ атайҙың офисына әйләнде. Районда кешене һәйбәт белгәнлектән, кемдәрҙең компенсация алырға хоҡуғы бар, шуларға хәленән килгәнсә ихлас ярҙам итте. Кем ҡайҙа һөргөндә булған, шунда хат-запрос ебәрҙе. Пенсия алһа, Өфөләге архивта эҙләнеп, яҡташтарына кәрәкле документтарҙың күсермәһен алып ҡайтып бирҙе. Уның ярҙамында берәйһе пенсия йә компенсация алһа, үҙе алғандай ҡыуаныр ине! Иҫке Монасиптан Муллағолов Фитрат ағай, пенсияһы артып килгәс, сумка тултырып күстәнәс, бер ярты араҡы тотоп беҙгә килде. “Ҙур рәхмәт, ағай! Бына ризалыҡлы итәйем тигәйнем”, – тине. Атайым: “Бер нәмә лә кәрәкмәй, мин былай ҙа ризамын”, – тип күстәнәстән баш тартты. Аҙаҡ, Фитрат ағай донъя ҡуйғас, исмаһам, теге ваҡыт яртыһын эсешмәнем, күңеле булыр ине, тип ныҡ үкенде... 
Атайыбыҙ 1994 йылда “Боронғо донъя тарихы” дәреслеген рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеп,  баҫтырыуға тапшырҙы. Район һәм республика матбуғатында даими рәүештә мәҡәләләре донъя күрҙе. Гәзиттәрҙә күберәк һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының хеҙмәтен, тормошон сағылдырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы геройы Көнәфин Шәмсетдин бабайҙың батырлығын халыҡҡа еткерҙе, алынмай ҡалған Ҡыҙыл Байраҡ орденын балаларына тапшырыуҙы йүнләште.
Әле иҫән булһа, атайым Украинала барған ваҡиғаларға нисек ҡарар ине икән, тип уйлайым. Һәм бер ваҡиға иҫкә төшә. 1986 йылдың йәйе. Сыуаҡ көн үҙәге. Һыу инергә Ағиҙел буйына киттем. Үрҙән йырлашып, резина кәмәләрҙә, бер төркөм туристар ағып килә. Урталағы кәмәлә аҡ ҡалпаҡ кейгән берәү таныш тауыш менән тирә-яҡты яңғыратып йыр башлай: 
Нич яка мисячна, ясная зоряна, 
Видно, хочь голки збирай. 
Башҡалар дәррәү ҡушыла: 
Вииди, коханая, працею зморена, 
Хочь на хвилиночку в чай! 
Кәмәләр ярға яҡынлаша. Башлап йырлаусының атай икәнен шәйләп ҡалам. Эргәһендә әсәй ҙә ултыра. Нәби ауылынан туйҙан шулай туристарҙың кәмәһенә ултырып ҡайтып төштөләр бит былар! Бер төркөм туристар менән саф украин телендә һөйләшеп, көлөшә-көлөшә өйгә ыңғайланылар. Туристар, тәмле итеп сәй эскәс, күстәнәскә йәшелсә, һөт-ҡаймаҡ алып, яҡын туғандар кеүек ҡосаҡлашып, йылы хушлашып, юлдарын дауам иттеләр. 
Украинаны фашистарҙан азат иткәс, 18 йәше тулған егеттәрҙе Ҡыҙыл Армия сафына алдылар. Беҙҙең батареяла ла улар күп булды. Көнбайыш Украинанан алынғандары башта рус телендә бөтөнләй һөйләшмәй инеләр. Йыр-моңға бай, шаян, ышаныслы, һәйбәт иптәштәр. Хеҙмәт срогын тултырғас, күптәре йәшәргә Рәсәйҙә ҡалды. Туғандары өйҙәренән, ҡайтмағыҙ, тип яҙалар ине. Сөнки бандеровсылар, армиянан ҡайтҡан егеттәрҙе төндә килеп үҙҙәре менән алып китәләр икән, тигән хәбәр йөрөнө. Ҡаршылашҡандарын язалағандар, – тип һөйләй ине атай. Артына “Дорогому другу Салиху” тип яҙылған һарғайған фотоларын күрһәтеп, улар булып украин телендә һөйләп күрһәтеп, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һағынып хәтерләр ине. 
 
Атайым ғүмеренең ахырынаса хеҙмәттәштәре менән хатлашып, хәл белешеп торҙо. Алдымда фронтташтарының бер нисә йыл элек яҙған һуңғы хаттары ята. Хеҙмәт иткән йылдарын, иптәштәрен иҫкә алалар. Бына Дәүләкәндәге хеҙмәттәшенең һуңғы хаты: «... Да, друг, на нашу юность выпало немало испытаний. Мы справились с честью. Это верно, а иначе и не могло быть. Мы были воспитаны и воспитывались в рядах Красной Армии, тем временем, той идеологией, которая помогла стать нам, какими стали в последствии. ... Утром проснулся и не могу встать на ногу. Пью таблетки, однако толку никакого нет. Ну вот, друг. На этом разреши с тобой попрощаться. Всех благ тебе и твоему семейству. Крепко обнимаю. Однополчанин Иван Козлов»... 
Эйе, уларҙың быуыны бик иртә өлгөрҙө һәм үҙҙәренең маҡсаттарына һәр саҡ тоғро булып ҡалды...
 
Заһир Дәүләтбирҙин. 
Бөрйән районы.
Автор:
Читайте нас