Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Май 2025, 10:32

Иғтибар! Һауа торошо боҙола!

Был хаҡта синоптиктар хәбәр итә.

Иғтибар! Һауа торошо боҙола!Иғтибар! Һауа торошо боҙола!
Иғтибар! Һауа торошо боҙола!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һауа торошоноң үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөң икенсе яртыһында һәм кискеһен урыны менән елдең тиҙлеге секундына 25 метрға етеүе көтөлә.

Ҡотҡарыусылар ел көсәйгәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрә. Ағастар, электр бағаналары, ҡоймалар, реклама таҡталары янында йөрөмәгеҙ, автомобилдәрҙе хәүефһеҙ урынға ҡуйығыҙ.

Автор:
Читайте нас