+24 °С
Ямғыр


Энергетик эсемлектәрҙең зыяны тураһында күпме әйтһәләр ҙә, уны эсеүселәр артҡандан-арта бара. Бигерәк тә, үҫмерҙәр араһында был популяр эсемлек. Һаулыҡ өсөн хәүефле булғас, уны ун һигеҙ йәшкә тиклемге һатып алыусыларға тыйылған ине. Әммә беҙҙә күп нәмә киреһен эшләнелә. Янындағы, үҙе кеүек үк һатып алыусынан, ярҙам һорап та алдырта был эсемлекте үҫмерҙәр. Хәҙер бындай "ярҙам" өсөн 500 мең һум штраф ҡаралған.
Иртәгә иһә магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Сығарылыш уҡыусылары айыҡ, сәләмәт тормош менән оло юлға баҫһын өсөн эшләнелә был.
Фото интернеттан алынды.