Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Май 2025, 09:25

Ял көндәренә һауа торошо билдәле

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса...

Ял көндәренә һауа торошо билдәлеЯл көндәренә һауа торошо билдәле
Ял көндәренә һауа торошо билдәле

Ял көндәрендә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшөүе ихтимал, тип хәбәр итте синоптиктар.

Шәмбе, 24 майҙа, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +2 градус +7 градус күрһәтәсәк. Көндөҙ +13...+18 градусҡаса йылыта.

Йәкшәмбе, 25 майҙа, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +2 градус+7 градус тәшкил итәсәк, урыны менән ҡырау төшөүе ихтимал. Көндөҙ термометр бағанаһы +15...+20 градусҡа тиклем күтәрелә. 

Автор:
Читайте нас