Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Май 2025, 14:52

Аҙна башында һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса...

Аҙна башында һауа торошо ниндәй булыр?Аҙна башында һауа торошо ниндәй булыр?
Аҙна башында һауа торошо ниндәй булыр?

Башҡортостанда аҙна башынан йылы һауа торошо көтөлә. Әммә дүшәмбе көнө ҡырау төшөүе ихтимал.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 26 майҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ төньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7°. Урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2°, көндөҙ +18, +23° ҡырау төшә.

27 майҙа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, таулы райондарҙа +1°, көндөҙ +21, +26°. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Автор:
Читайте нас