

Беҙ игеҙәктәр - Инзирә, Нурзилә. Атай, әсәйебеҙҙең тәүге балалары. Хәҙер үҙемдең дә игеҙәк балаларым - Нур һәм Нуриям бар. Әсәйгә заманында игеҙәктәрҙе үҫтереү күпкә ҡыйын булғандыр, балалар аҙығы юҡ, памперс юҡ тигәндәй. Хәҙер йәнең теләгәне бар,әсәй өсөн улары ла ныҡ ярҙам бит. Игеҙәклектең рәхәт яғы ла күп,минустары ла бар инде һәр ваҡыттағыса. Кемдер миңә, йә Нурзиләгә үпкәләһә, икебеҙ менән дә аралашмай. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә әҙер торабыҙ, бергә илайбыҙ, бергә ҡыуанабыҙ тигәндәй. Нур менән Нурия икеһе ике төрлө. Ҡыҙ менән малай бер иш үк тә булмайҙыр инде. Беҙҙе күбеһе айырмай ыҙалай, холоҡтар барыбер әҙерәк айырыла инде, яҡындар белә. Ислам ҡустыбыҙ балалар баҡсаһында йөрөгән сағында ла, был кем апайың килде, тип һорайҙар ҙа, ул яуап бирһә, ысын дөрөҫ әйттеме, тип һорай торғайнылар. Яңылышҡаны булманы.
Үҙем дә игеҙәктәргә әсәй булғас, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар, игеҙәк хыялланған инем, тип яҙҙылар. Ә мин, үҙем игеҙәк һыңары булғас, игеҙәк балаларым булыр тип тә уйламай торғайным, хыялланманым да. Аллаға шөкөр, ыҙалыҡтары яйлап кәмей бара. Бер игеҙәк балалары булған кейәү әйтмешләй, дошманыңа ни теләргә белмәһәң, игеҙәк бала теләргә кәрәк, ти. Мин кемдеңдер дошманы булғаным ахыры шаяртам. Әлбиттә, ундай бәхет күптәргә бирелмәй бит, Аллаға шөкөр тим.