

Шишмә районы яугиры, сержант, 76-сы гвардия һауа-десант штурмлау дивизияһының 104-се полкы отделениеһы командиры Ғайсин Наил Амур улы Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән юғары дәүләт наградаһына Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Был иң юғары хәрби наградаларҙың береһе, ул йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, шулай уҡ тәбиғәт афәттәре, янғындар, һәләкәттәр һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа фиҙакәрлек, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән граждандарға тапшырыла. Орден шулай уҡ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткән өсөн тапшырыла.
Бынан тыш, Наил Амур улы Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән Ватанды һаҡлауҙағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Жуков миҙалын ала. Шулай уҡ оборона Министрлығы бойороғо менән, хәрби бурысын фиҙаҡәр үтәүен танып, уға «махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы тапшырыла.
Яугирҙы бүләкләү хаҡында хакимиәт башлығы Ришат Мансуров социаль селтәрҙә һөйләне.
Афарин! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!