Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Май 2025, 05:12

Корнеевтар ғаиләһендә тағы ла игеҙәктәр тыуған!

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  был ғәжәп осраҡ, ти. Ә һеҙ ошондай осраҡтарҙы беләһегеҙме? 

Корнеевтар ғаиләһендә тағы ла игеҙәктәр тыуған!Корнеевтар ғаиләһендә тағы ла игеҙәктәр тыуған!
Корнеевтар ғаиләһендә тағы ла игеҙәктәр тыуған!

Башҡортостандан Корнеевтар ғаиләһендә тағы ла игеҙәктәр тыуған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, сабыйҙар Өфөләге перинаталь үҙәктә донъяға килгән һәм был ғәжәп клиник осраҡ. "Беҙҙең заманда игеҙәк балалар һирәк түгел. ЭКО программаларын әүҙем индереү менән бәйле күп балалы йөклөлөк йышлығы арта. Әммә Корнеевтар ғаиләһендә был инде икенсе рәттән  тәбиғи юл менән тыуа. Был ысын мөғжизә! Ошо ҙур һәм татыу ғаиләне икеләтә бәхетле ваҡиға менән ҡотлайым!- тип ҡотланы социаль селтәрҙә министр. Шулай итеп, Корнеевтар ғаиләһендә хәҙер биш бала бар. Өлкән улдары, унан һуң ике йыл элек тыуған игеҙәк малай менән ҡыҙ килә, һәм бына икенсе игеҙәк.

«Башинформ"

Гөлфиә Акулова

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас