Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Май 2025, 04:31

Башҡорт егете алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтә

Рота командиры яраланғас, Сыңғыҙ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, хәрби бурысын үтәп, шәхси составты һаҡлап ҡала.

Башҡорт егете алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтәБашҡорт егете алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтә
Башҡорт егете алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтә

Бөрйән егете алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтә!
Сыңғыҙ Рөстәм улы Яхин – Бөрйән районынан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. «Башҡортостан» полкының рота командиры урынбаҫары, хәрби хеҙмәттә 2014 йылдан.

Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отрядында кесе лейтенант Яхин хәрби төркөмдө етәкләй.

Рота командиры яраланғас, Сыңғыҙ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала, хәрби үҙенең бурысын үтәп, шәхси составты һаҡлап ҡала.

Һуғыш яланында яҡындарҙың терәге ҙур икәненә, беҙҙең яугирҙарыбыҙ ғаилә һәм тыныс тормош өсөн батырҙарса көрәшеүенә ышана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2025 йылдың февралендә Сыңғыҙ Яхин Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

"Таң" гәзите сайтынан.

Автор:
Читайте нас