

Каникулдарҙы күңелле, мауыҡтырғыс итеп уҙғарыр өсөн яныңда һине аңлаған,, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ тура килгән дуҫтар кәрәк. Был йәһәттән мин бәхетле.
Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәүсе өләсәйем менән олатайым Рүзилә менән Ғилман Зәйнетдиновтарҙа беҙ көтөп алынған ҡунаҡ. Йәйге каникулымдың күп өлөшө лә унда үтә. Ут күршебеҙ, Мәүлиҙә әбей Зәйнуллинаға, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ейәнсәрҙәре, өс бер туған Вәлитовалар ҡайта.
Мәүлиҙә әбей – Герой әсә. Бөйөк Ватан һуғышында алһыҙ-ялһыҙ колхозда бил бөккән тыл ветераны. Үҫмерлек осоронан саҡ сыҡҡан ҡыҙҙың иң яҡын әхирәттәренең береһе, атайымдың өләсәһе Зөһрә Ҡужина менән әхирәттәр булалар һәм был бөгөнгәсә дауам итә. Шулай уҡ, әсәйемдең өләсәһе, Илеш районынан был ауылға килеп булып төшкән Фәғилә Шәкирйәнованы ла, Мәүлиҙә әбей үҙенең дуҫы итә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. Куликов исемендәге 1-се һанлы лицейында белем алған Әмилә һәм Әмирә, уларҙың биш йәшлек һеңлеһе Гәлсәр менән беҙ ҙә бергә. Һәр осрашыуҙы һағынып көтөп алабыҙ. Әмилә, апай булараҡ, беҙҙе ҡарай, төрлө кәңәштәр бирә. Ул әҙәби китаптар уҡырға ярата. “Гарри Поттер”ҙың бөтә томы менән дә таныш. Әмирә, Гәлсәр һәм һеңлем Асия менән бергә һүрәт төшөрәбеҙ, баҫтырыш, йәшенмәк кеүек уйындар уйнайбыҙ.
“Бишегеҙ ҙә аҡыллы, тыныс булғас, һүҙҙәрегеҙ берегә”, - ти әсәйем. Ысынлап та, беҙ үсекләшеү, маҡтаныу, тупаҫ ҡыланыу кеүек йәмһеҙ күренештәрҙән азатбыҙ. Дуҫлыҡ та шул ваҡытта ғына ныҡ булалыр. Беҙҙеке кеүек, дүртенсе быуынға һуҙылған.
Алтынай Урманшина. Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназия уҡыусыһы.