Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
30 Май 2025, 16:10

Йөрәк ҡушыуы буйынса

“Река” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ҡабаттан махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

“Река” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ҡабаттан махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Яҡташыбыҙ Мөкәй ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлап, Өфө ҡалаһында иретеп-йәбештереүселәр һөнәрен ала. Тәүҙә төрлө эштәрҙә эшләй. Һуңынан Ҡырмыҫҡалы юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә эшенә яуаплы ҡарай, хеҙмәткәрҙәре араһында хөрмәт ҡаҙана. Яугир Үрге Төкөн ауылы һылыуына өйләнгән. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләйҙәр.
2023 йылдың апрелендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Ил тыныслығы, яҡты киләсәк өсөн, мин унда булырға тейешмен. Илебеҙгә хәүеф-хәтәр янағанда, ир-егеттәребеҙ яуға ингәндә, нисек тыныс ҡына өйҙә ятаһың, тине ул. Яугир 30-сы штурмлау бригадаһының артиллерия бригадалары мастеры булып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә яҡташыбыҙ барыбыҙҙың тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла иле алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәй.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һайын күстәнәстәр күтәреп мәктәпкә балалар янына килә. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл. Ир-егеттәребеҙҙең хәлдәрен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.
Яҡташыбыҙ тыуған ауылына һәр саҡ матди яҡтан ярҙам итергә ашҡынып тора. Мәҫәлән, ауыл зыяраттарын кәртәләүгә аҡсалата ярҙам итә. Күптән түгел бер ялға ҡайтҡанында ауыл халҡына эсәр һыу менән тәьмин итер өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙытты. Йөрәк ҡушыуы буйынса тыуған ауылына күрһәткән ярҙамы яугирҙең оло йөрәкле, киң күңелле, миһырбанлы булыуын асыҡ күрһәтә. Уға бының өсөн ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әйткәндәй, ҡоҙоҡҡа яугирҙең ҡыҙы Илмираның исеме бирелде.
Ил һаҡларға киткән егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын. Еңеүгә ышанайыҡ. Аллаһ бирһә, был көндәр тиҙерәк килеп етергә яҙһын.
Гүзәл СЫҢҒЫҘОВА.
Мөкәй ауылы.

Автор:
Читайте нас