Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Июнь 2025, 06:27

Был көн тылсымға бәрәбәр булды

"Китап Байрам"ы беҙгә бүләкле, еңеүле, ҡәҙерле, күптән көтөлгән осрашыу алып килде.

Был көн тылсымға бәрәбәр булдыБыл көн тылсымға бәрәбәр булды
Был көн тылсымға бәрәбәр булды

"Беренсе тапҡыр үҙ ғүмеремдә "Китап-Байрам"ына барырға форсат тыуҙы. Ғаиләмде лә алдым. Ҡояштыҡ арманһыҙ ҡыҙҙырыуына ҡарамаҫтан, арып -талһаҡ та, бик күп йылы тәҫьораттар менән ҡайттыҡ. Ҡыҙым үҙенә матур-матур биҙәүестәр алып ҡыуанһа, иптәшем төрлө эскспозициялар, тәгәрмәс өҫтөндәге музейҙарҙы оҡшатты. Әлбиттә, кәрәкле китаптар алырға ла онотмағандар.
Үҙемә килгәндә, мин "Аҡбуҙат" журналының тирмәһендә балалар әҙәбиәте буйынса ултырышта ҡатнаштым. Ныҡ матур һәм файҙалы сара булды. Алыҫ араны яҡынайтып, йөрәгендәге илһамы әйҙәүен ҡабул итеп, республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған ҡәләм тирбәтеүселәрҙе бер урында күреү минең өсөн тылсымға бәрәбәр. Шундай ижади атмосфера хөкөм һөрҙө был тирмәлә! Яңы яҙа башлаған яҙыусылар үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итте, олпат һәм тәжрибәлеләре кәңәштәрен, тәҡдимдәрен, тәнҡиттәрен еткерҙе. Мин, һәр хәлдә, барыһын да ауыҙ асып, йотлоғоп тыңланым. Бындай фекер алышыуҙы аҡсаға ла табып булмай торған заманда йәшәйбеҙ.
Тәнзилә апай Дәүләтбирҙина менән осрашыуға эләктем. Шиғриәт тулҡындандырында бәүелеп, оло кинәнес кисерҙем. "Китап" нәшриәте хеҙмәткәре Эльвира Әсғәт ҡыҙы Яҡупова иҫ киткес йәмле һәм йәнле, юғары тулҡындарҙа алып барҙы кисәне.
Хеҙмәттәшем, исеме республикаға киң билдәле башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Рәис ҡыҙы Сирбаева менән дә күрештек. Беҙ икебеҙ ҙә бер мәктәптә, Республиканың дистанцион белем биреү үҙәгендә, һаулыҡтары сикләнгән балалар менән эшләйбеҙ. Әммә төрлө филиалдарҙа. Көн һайын компьютер экрандары аша аралашабыҙ. Китап байрамында тәүгә осраштыҡ. Минең кисерештәрҙе күрһәгеҙ! Был күрешеүҙең икебеҙ өсөн дә ҡыуаныслы сәбәбе бар. Хеҙмәттәшем менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған республика кимәлендәге әҙәби конкурстың еңеүселәре булдыҡ. Тимәк, "Китап Байрам"ы беҙгә бүләкле, еңеүле, ҡәҙерле, күптән көтөлгән осрашыу алып килде.
Бер тирмәлә Гөлсира апай Ғиззәтуллинаны осраттым. Барлыҡ баҙнатымды йыйып, яңы ғына һатып алынған китабына автограф һораным. Ә ул ихлас йылмайып, изге теләктәрен китапҡа теркәне.
Үлтереп һыуһағанды ла тоймай, аяҡтарымдың өр-яңы туфлиҙан ашалыуын да һиҙмәй, эҫе ҡояштан арығаныма ла иғтибар итмәй, күңелле итеп, күңел муҡсама осрашыуҙарҙан, матур күренештәрҙән тыуған илһам тойғоларын тултырып, ҡәнәғәт ҡайттым баш ҡаланан", - ти инглиз теле уҡытыусыһы, республикала төрлө әҙәби конкурстар еңеүсеһе Ләйсән Сәлимова.

Был көн тылсымға бәрәбәр булды
Был көн тылсымға бәрәбәр булды
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас