Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Июнь 2025, 05:04

Сараларҙың офоғо киңәйҙе

Быйылғы Китап-байрамына йәнле аралашыу, фекер алышыу, тотошлай әҙәбиәт мөхитенә эләгеү бәхете бүләк иткәне өсөн рәхмәтлемен!

Сараларҙың офоғо киңәйҙеСараларҙың офоғо киңәйҙе
Сараларҙың офоғо киңәйҙе

"Быйылғы Китап-байрам минең өсөн бик әүҙем тулҡында булды, тип әйтергә мөмкин. Сөнки тәүге йылда уҙғарылғанда, мин Өфөлә булмау сәбәпле, бөтөнләй ҡатнаша алманым. Былтыр иһә үҙебеҙҙең Финанс университеттың сатырында байрамда ҡатнашыусылар өсөн әҙәбиәт буйынса викторина ойошторғайным. Быйыл ҡатнашҡан сараларҙың офоғо киңәйҙе: Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһын асыу тантанаһына барҙым, Ә. Вәлиди китапханаһы майҙанында шиғриәт сәғәтендә сығыш яһап, үҙемдең ижадым тураһында һөйләнем, шиғырҙар уҡыным. Тәнзилә апай Дәүләтбирҙинаның, Фәнил ағай Бүләковтың китаптарының исем туйында ҡатнашыу мөмкинлеге лә эләкте. Ижадташ дуҫым, тәржемәсем Кристина Андрианова-Книга менән дә осрашып, ихлас аралашып алдыҡ: уның сығышын ҙур кинәнес менән тыңланым, шиғырҙары тәрән мәғәнәлелеге менән айырыуса һоҡландыра. Быйылғы Китап-байрамына йәнле аралашыу, фекер алышыу, тотошлай әҙәбиәт мөхитенә эләгеү бәхете бүләк иткәне өсөн рәхмәтлемен! Сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Киләһе йылдарҙа ла Китап-байрамы гөрләп үтһен!", - ти шағирә Зарина Бағышаева. 

Сараларҙың офоғо киңәйҙе
Сараларҙың офоғо киңәйҙе
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас