Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Июнь 2025, 15:26

Атайым күрһә шатланыр ине...

Билдәле кино режиссеры рәхмәтен белдерҙе. 

Атайым күрһә шатланыр ине...Атайым күрһә шатланыр ине...
Атайым күрһә шатланыр ине...

31 майҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына 87 йыл тулды. Атаһының тыуған көнө һәм "Китап Байрам"ы сиктәрендәге яңылыҡтар тураһында шағирҙың улы, билдәле кино режиссеры үҙ фекерен белдерҙе. "Атайымдың тыуған көнө көндө Яҙыусылар Союзының яңыртылған бинаһы, ниһайәт, үҙ ишектәрен асты. Атайым өсөн был бина изге урын ине. Икенсе ҡатта уның дуҫтары менән төшкән фотолары урын алған. Уларҙың да күптәре был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Әммә улар ошо сифатта булһа ла беҙҙең менән, беҙҙең арала. Бөгөнгө көндә ҡәләм тирбәтеүселәргә ҡарата бындай мөғәләмәне күрһә, атайым һис шикһеҙ шатланыр ине. Бындай оло эште атҡарып сыҡҡан республика хөкүмәтенә һәм Яҙыусылар Союзына ҙур рәхмәтемде белдерәм", - ти Булат Йосопов. 

Атайым күрһә шатланыр ине...
Атайым күрһә шатланыр ине...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас