Алдағы тәүлектә Башҡортостанда насар һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән көслө ямғыр, йәшен, көндөҙ айырым райондарҙа көслө ел сығыуы көтөлә. Бөгөн дә, иртәгә лә көн аяҙлы-болотло буласаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар була, ҡайһы бер райондарҙа йәшен дә йәшнәйәсәк. Көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа табан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ айырым райондарҙа секундына 17 метрға тиклем көсәйә. һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +18, +23°. Автомобиль юлдарында төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.