Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 10:30

Дамир табылған, тиҙәр

Уны курткаһынан танығандар.

Дамир табылған, тиҙәрДамир табылған, тиҙәр
Дамир табылған, тиҙәр

Бөгөн Өфө янында таҙартыу ҡоролмаларында бала кәүҙәһен тапҡандар. “Вся Уфа” телеканалы яҙыуынса, ул 2024 йылдың 30 мартында юғалған Дамир Әҙеһәмовтың кәүҙәһе булыуы ихтимал.

14 йәшлек Павел менән Дамир былтыр яҙ Ағиҙел буйында юғалғайны. Былтыр йәй Павелдың кәүҙәһе табылды, ә Дамир ошоға тиклем хәбәрһеҙ юғалған булып килде.

Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, ир йылғала үҙенең кәмәһен йөрөткән, һәм яр буйында куртка күреп ҡалған. Яҡыныраҡ килгәс, ул унда кеше һөйәктәрен күрә. Шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Баштан уҡ балаларҙы эҙләүҙә ҡатнашҡан хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың береһе кәүҙәнең 2024 йылдың мартында юғалған үҫмерҙеке булыуына ышана. Был осраҡ буйынса рәсми мәғлүмәт әлегә юҡ.

Әлеге ваҡытта кәүҙәнең ысынлап та Дамирҙыҡымы-юҡмы икәнлеген белеү өсөн ДНК үткәрелә. Уны яҡынса, курткаһы буйынса танығандар.

 

Автор:
Читайте нас