Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында «Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете территорияһы" бара. Был сара бөтә Рәсәй масштабында үтә.
Бында бөтә илдән эксперттар, спикерҙар йыйылды. Ҡатнашыусыларҙы программалары бай: лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина консультациялары һәм психологтар менән аралашыу.
Конгресс-холлдың концерт залында билдәле доктор, остеопат, психофизиолог Начин Монгуш (Добрый Начин) үҙенең лекцияһы менән сығыш яһаны. Был семинар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик ҡыҙыҡлы, файҙалы, кәрәкле булды. Улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға тулы яуаптар алды. Шулай уҡ Начин Монгуш үҙенең «Болинет. Метод, который подарит вам жизнь без телесной боли!» тип исемләнгән китабы менән таныштырҙы.