Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 05:40

Хәбировтарҙың ғаиләһе ишәйгән

Өс игеҙәк тыуған! 

Хәбировтарҙың ғаиләһе ишәйгәнХәбировтарҙың ғаиләһе ишәйгән
Хәбировтарҙың ғаиләһе ишәйгән

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Туймазынан Резеда һәм Илшат Хәбировтарҙы өс игеҙ сабыйҙары тыуыуы менән ҡотланы. Ведомство башлығы билдәләүенсә, бындай хәл – табиптар практикаһында һирәк күренеш.

Ғаиләлә ике малай һәм бер ҡыҙ тыуған. Ата-әсә улдарына – Искәндәр һәм Радель, ә ҡыҙҙарына Асель тип исем ҡушҡан. Улар 5 майҙа донъяға килгән һәм бер айға яҡын Республика перинаталь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар реанимацияһында ятҡан.

Министр һүҙҙәренсә, өс игеҙәктең дә хәле тотороҡло.

 

Фото:Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы

Дарья Субботина

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас