Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Июнь 2025, 05:13

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй булыр?

Ял көндәрендә Башҡортостанда уртаса эҫе һауа торошо, айырым райондарҙа ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Йома, 6 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7...+12 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ термометр бағанаһы +20+ + 25-кә тиклем күтәреләсәк. Шәмбе, 7 июндә, яуым-төшөмһөҙ, республиканың көньяғында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһының төндә +7...+12 градус, көндөҙ +21...+26 градус булыуы көтөлә. Йәкшәмбе, 8 июндә, аяҙ һауа торошо һаҡланасаҡ. Төндә һауа температураһы +12...+15 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ +23...+28.

Автор:
Читайте нас