Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
11 Июнь 2025, 07:09

Ял көндәренә һауа торошо билдәле булды

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Ял көндәренә һауа торошо билдәле булдыЯл көндәренә һауа торошо билдәле булды
Ял көндәренә һауа торошо билдәле булды

Алдағы байрам көндәрендә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Термометр бағанаһы урыны менән +32-гә тиклем күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта синоптиктар ямғыр, йәшен һәм айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ яуыуы ихтималлығы хаҡында иҫкәртте. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Шаршамбы, 11 июндә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +27+32 градус тәшкил итәсәк.

Кесаҙна, 12 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе, айырым райондарҙа ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13...+18 градус буласаҡ, республиканың көнсығышында +8 градусҡа тиклем. Көндөҙ һауа +26...+31 градусҡаса йылына.

Йома, 13 июндә лә ошондай уҡ һауа торошо көтөлә.

Шәмбе, 14 июндә, бер аҙ һыуыта. Төндә +14...+19 градус, көндөҙ термометр бағанаһы +26+ + 29 градусҡаса күтәреләсәк.

Йәкшәмбе, 15 июндә, ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә +12...+17 градус, көндөҙ +23+ + 28 градус тирәһе була.

Артабанғы көндәрҙә ямғырлы һауа торошо көтөлә. Июндең икенсе яртыһында уртаса көндөҙгө һауа температураһы +19...+24 градус буласаҡ.

Автор:
Читайте нас