

Һабантуйҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Мәләүез яугирҙәренә миҙалдар тапшырылды. Уларҙы БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин тапшырҙы.
"Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Александр Суворов миҙалына Рөстәм Гянджаев, хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн Генерал Шайморатов миҙалына Илдус Кәримов лайыҡ булды.
Яугирҙәрҙе ҡотлайбыҙ. Был ҙур хөрмәт һәм хәрби ҡаҙаныштарҙы таныу!" - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.
Мәғлүмәт һәм фото район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллиндың сәхифәһенән алынды.
Лена Хайруллина, "Көнгәк" гәзите сайтынан.