+24 °С
Ямғыр


Күгәрсен районынан «Шатун» ҡушаматлы яугирҙы «Батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеләр. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрби хеҙмәткәре хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн билдәләнде. Был хаҡта Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин хәбәр итә.