

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын, ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
Шәмбе, 21 июндә, шулай уҡ төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12, көндөҙ +15, +20.
Йәкшәмбе көнө һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Һауа температураһы төндә +7,+12, көндөҙ +15, +20.