Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Июнь 2025, 02:23

Стәрлетамаҡ рекорд ҡуя

Берҙәм дәүләт имтихандары һеҙҙә нисек үтте? Юғары балдарға тапшырыусылар бармы? 

Стәрлетамаҡ рекорд ҡуяСтәрлетамаҡ рекорд ҡуя
Стәрлетамаҡ рекорд ҡуя

Стәрлетамаҡ ҡалаһында буласаҡ физиктар байтаҡ йәшәй икән. 1-се лицейҙан Диана Ҡасимова, 1-се гимназиянан Михаил Ренжин һәм 3-сө Башҡорт лицей-интернатынан Артур Хәйретдиновтар физиканан БДИ-ны 100-ҙәр балға тапшырғандар. Ә 31-се мәктәптән Милена Бакеева йәмғиәтте өйрәнеүҙән үҙен иң-иңдәрҙең береһе итеп күрһәткән. 

Ғөмүмән, был сығарылыш уҡыусыларҙың БДИ-ларҙы уңышлы тапшырасаҡтарына алдан уҡ ышаныс ҙур булған. Ун бер йыл уҡыу осоронда улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, төрлө конкурс, олимпиадаларҙың еңеүселәре булған. 

Фото интернеттан алынды. 

Стәрлетамаҡ рекорд ҡуя
Стәрлетамаҡ рекорд ҡуя
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас