Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
23 Июнь 2025, 05:00

Һынмаҫ рухлы яугир

Фёдоровка ауылы егете Данис Ирғәлиндең дә бала сағы күп кенә тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай.

Һынмаҫ рухлы яугирҺынмаҫ рухлы яугир
Һынмаҫ рухлы яугир

Ағасты юнып пистолеттар, мылтыҡтар яһап “атыш” уйнаған малайҙар ҙурайғас ысын һуғышта ҡатнашырбыҙ тип башына ла индермәгәндер. Улар өсөн әле донъялар түңәрәк, таңдар алһыу, төндәр тыныс. Ауылда бала-сағалар күп, уларҙың шат тауыштарынан урам гөрләп тора.

Фёдоровка ауылы егете Данис Ирғәлиндең дә бала сағы күп кенә тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай. Ул Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районының Яңы Сембер ауылында донъяға килгән. Атаһы иртә мәрхүм булғас, әсәһе Алһыу Ғәлимйән ҡыҙы дүрт баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Буласаҡ батыр 9-сы класты тамамлағас, Аҡъяр һөнәрселек училищеһында белем ала. Диплом алғандан һуң,  әрмегә алынып, хәрби бурысын намыҫлы үтәй.
– Атайым Факил Харис улы 1979–1981 йылдарҙа Афған һуғышында ҡатнашҡан. Бер ҡасан да уның кеүек һуғышта ҡатнашырмын тип уйламағайным, әммә яҙмыш шулай ҡушҡандыр. Уҙған йылда контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлландым. Запорожье өлкәһендә командир үҙе ҡаршы алып, хеҙмәт итеү урынына оҙатты. Шул мәлдә дошмандар ут асып, эргәбеҙҙә генә көслө шартлау булды. Тиҙ арала блиндажға инеп өлгөрҙөк, бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән ҡалды. Бына шулай хәрби юлым башланды ла инде, – тип һүҙен башланы “Шмель” позывнойлы яҡташыбыҙ.
Егет хеҙмәт иткән полкта хәрбиҙәрҙең күбеһе – Башҡортостандан. Улар ҡаты бәрелештәрҙә лә һынатмай һәм дошманды үткәрмәй ил һағында ныҡлы торалар.
– Әлбиттә, алғы һыҙыҡта нимә булғандарын барыһын да һөйләү мөмкин түгел, – тип һүҙен дауам итә Хәйбулла егете. – Емерелгән ауыл-ҡалалар, ҡан ҡойоштар... Бындағы климат сағыштырмаса йылы, ҡышын иң һыуығы минус 15 градус булды. Хәҙерге хәрбиҙәргә ныҡлы физик әҙерлек кәрәк, заман техникалары, приборҙар менән эш итә белеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта уяулыҡты бер ҡасан да юғалтырға ярамай, сөнки аҙым һайын тиерлек дошман уты аҫтына йәки минаһына эләгергә мөмкин. Айырыуса “ҡошсоҡтар” оло хәүеф тыуҙыра. Әйткәндәй, дрондарҙың технологиялары даими яңырып тора һәм улар менән көрәшеү өсөн яңынан-яңы алымдар уйлап табыу талап ителә. Элек коптерҙарҙың тауышын ишетеп кенә уларҙың яҡынлашҡанын белә инек, хәҙер махсус приборҙар ярҙамында “ҡошсоҡтарҙың” ҡайҙан килгәнен күҙәтәбеҙ.
МХО-ла ҡатнашыусылар ялан шарттарында көн күрә, беҙҙең ярҙамға мохтаж. Шуға күрә беҙ уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ.
Әңгәмәсемдән уларҙың полкына гуманитар ярҙам барып етеү-етмәүен дә һораштым.
“Алғы һыҙыҡта халҡыбыҙҙың ярҙамын тойоп хеҙмәт итәбеҙ. Халыҡ менән армия бергә икән, тимәк, еңеүгә лә күп ҡалманы. Ғөмүмән, Башҡортостандан гуманитар ылау даими килеп тора. Был беҙгә көс-дәрт өҫтәй, тиҙҙән буласаҡ еңеүгә ышаныс уята. Тылда һәр яҡлап ярҙам иткән яҡташтарыма оло рәхмәтлемен”.
Аяғы ҡаты яраланғас, уға Ялтала операция яһайҙар. Ике айҙан ашыу госпиталдә дауаланғандан һуң, әсәһе улын өйөнә алып ҡайта. Әлеге ваҡытта батыр егет тыуған яғында реабилитация үтә. Аллаға шөкөр, хәҙер ул ярҙамсы таяҡтар ярҙамында атлай башлаған. Ошо арала уны Фёдоровка ауылы клубына саҡырып, ауылдаштары дуҫтарса йылы мөхиттә осрашыу уҙғарғандар. ”Шмель” хеҙмәте, хәрби туғанлыҡ, фронт көнкүреше хаҡында һөйләп, шулай уҡ йәш быуынға фәһемле кәңәштәр биргән. Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева геройға милли баш кейемен – бүрек бүләк иткән.
МХО-ла ҡатнашҡан һәр яугир оло ихтирамға лайыҡ һәм һәр береһе тураһында әллә күпме йылы һүҙҙәр яҙырға була. Сөнки улар беҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн йәнен аямай илебеҙ һағында тора. ”Шмель” кеүек батыр рухлы ир-егеттәр менән ғорурланабыҙ. Донъялар тиҙерәк тынысланһын, алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙар тыуған яҡтарына иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын! 

Фатима Ҡоҙабаева.
Хәйбулла районы.

Автор:
Читайте нас