+24 °С
Ямғыр


Күгәрсен районынан миномёт расчёты составында хәрби бурыстарын үтәгән «Бал» ҡушаматлы яугир дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡан һәм 25-тән ашыу боевикты юҡ иткән. Яҡташыбыҙ контузияланһа ла, хәрби бурысын үтәүен дауам иткән. Республикабыҙ яугире хеҙмәт иткән ғәскәри часть командирынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа килгән рәхмәт хатында ошо турала әйтелә.
Гвардия сержанты махсус хәрби операцияла ҡатнаша башлағас уҡ үҙен Ватанды һаҡлау бурысын намыҫ менән башҡарған ышаныслы иптәш итеп күрһәтте, тиелә унда.
Күгәрсен районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Бал» 2023 йылдан алып МХО биләмәһендә хеҙмәт итә.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!