Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Июль 2025, 12:53

Йәш ғалимдар съезында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйшләтеләр

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холлында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйләшеү булды. Әңгәмә йәш ғалимдәр съезы сиктәрендә үтте.  

Йәш ғалимдар съезында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйшләтеләрЙәш ғалимдар съезында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйшләтеләр
Йәш ғалимдар съезында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйшләтеләр

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" Конгресс-холлында фән һәм бизнестың бәйләнеше хаҡында һөйләшеү булды. Әңгәмә йәш ғалимдәр съезы сиктәрендә үтте.

Беренсе булып Рәсәйҙең Фәнни-техник программалар дирекцияһы директоры урынбаҫары Олег Карасев сығыш яһаны. 

— Киләһе 5 йыл эсендә ВВП-нан фәнде финанслау ике процентына тиклем арттырылырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Олег Карасев. - Бөгөн был һан бер проценттан да кәмерәк. Өҫтәүенә, фәнни тикшеренеүҙәр 70 процентҡа дәүләт һәм 30 процентҡа бизнес тарафынан финанслана. Ҙур маҡсаттарға өлгәшеү өсөн, был пирамиданы түңкәрергә кәрәк.

"СИБУР ПолиЛаб"тың генераль директоры, Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы фән һәм мәғариф буйынса советтың фәнни һәм мәғариф өлкәләрендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ағзаһы Константин Вернигоров башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек заманса сәнәғәт өсөн нигеҙ булдырырға мөмкинлек биргәнен һәм бөгөнгө көндә импорт ҡорамалдарҙан тулыһынса баш тартыу мөмкин түгеллеген раҫланы.

- Беренселәрҙә булыр өсөн фәнде һәм предприятиеларҙы берләштерер кәрәк. Һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү системаһы төҙөлгәс кенә, яңы продукттар барлыҡҡа киләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Борис улы.

Фекер алышыуҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин да ҡатнашты.

- Стартаптар һаны буйынса беҙҙең университет илдә лидер булып тора, — тип билдәләне ул. - Студенттар уҡыуҙар башланыу менән предприятиеларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып эшләй. Йыш ҡына сығарылыш эштәре стартаптар өсөн нигеҙ булып тора. 

Сараның аҙағында спикерҙар, лидерлыҡ фән менән етештереүселәрҙең тығыҙ үҙ-ара эшләүе шарттарында ғына мөмкин, тип килеште.

Автор:
Читайте нас