

"Федоровка районынан "Кореш" ҡушаматлы яугир ике яралған иптәшен ут эсенән сығарған. Төркөм составында ул тиҫтәләгән яугирҙы эвакуациялаған. Ауыр шарттар булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең бурысын лайыҡлы үтәгән", - тиелә хәбәрҙә. Хәрби хеҙмәткәр оҙаҡ йылдар Федоровка районының ветеринария хеҙмәте менән етәкселек итә. 2024 йылдың декабрендә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм медицина взводы составында МХО-ға юллана. Яугир санинструктор вазифаһын башҡара, ә күптән түгел медицина взводының бүлек командиры була. "Кореш" менән уның ағаһы ла алғы һыҙыҡта йөрөй, ул бронегруппала хеҙмәт итә.
Яугирҙарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!