

Ошо көндә яҡташыбыҙ, күп балалы атай ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Балтас районынан «Юлай» ҡушаматлы яугир 2024 йылдың октябренән алғы һыҙыҡта, ул танк полкының разведка ротаһы составында хеҙмәт итә. Яугир тураһында муниципалитет хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һөйләне.
"Юлай" Борай районының Яңы Таҙлар ауылында тыуып үҫкән. 2012 йылда өйләнә һәм ғаиләһе менән Балтас районының Ҡомъяҙы ауылына күсеп килә. Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем төньяҡта вахта ысулы менән эшләй. Яугирҙы өйҙә ҡатыны Эльвина Маликовна, өс ул һәм ике ҡыҙ көтә. "Улым Юнир 7-се класҡа бара, волейбол ярата һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, Юлия - уҡыу алдынғылары иҫәбендә, 5-се класҡа барырға йыйына һәм йәш шайморатовсының антын өйрәтә, Әлиә бейергә ярата һәм бейеү коллективында әүҙем ҡатнаша. Айсаф һәм иң кесе улыбыҙ Юлай балалар баҡсаһына йөрөй", - тип һөйләне Илгиз Субушев социаль селтәрҙә.
Фото: "Башинформ".