+24 °С
Ямғыр


Тирә-яҡтағы тәртип, таҙалыҡ, матурлыҡ өсөн беҙ үҙебеҙ яуаплы. Берәү ҙә ситтән килеп йорт алдарына сүп-сар ташламай, кеше буйлыҡ булып үҫкән кесерткән кеүек ҡый үләндәрен дә таҙартырға тейеш түгел.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы электән Рәсәйҙә иң таҙа ҡалалар рәтендә. Халҡы ла уңғанлығы менән айырылып тора. Тирә-яғын матур итеп тотор өсөн дә тырышалар. Һүрәттәге әкиәт донъяһына тиң матурлыҡты ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамы, 56-сы һанлы йорттоң 1-се подъезында йәшәүсе уңғандар эшләгән, үҫтергән! Афарин, тип әйтергә генә ҡала! Һеҙ күптәргә өлгө булып тораһығыҙ!
Фото интернеттан алынды.