+22 °С
Ямғыр


Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йылы, тик ямғырлы һауа торошо көтөлә, күп райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә.
Шәмбе, 5 июлдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10...+15 градус буласаҡ, көндөҙ һауа +22+ + 27 градусҡаса йылынасаҡ.
Йәкшәмбе, 6 июлдә, шулай уҡ ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Көнбайыш ел уртаса, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһының төндә +11...+16 градус булыуы көтөлә, көндөҙ термометр бағанаһы +20+ + 25-кә тиклем күтәреләсәк.