

Ишембай районының Петровское ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов хәбәр итте.
Мемориал – Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған башҡорт яугирҙәренең батырлығы һәм ҡаһарманлығы символы, тип билдәләне ул.
«Бөгөн ир-егеттәр үҙ бурысын намыҫ менән үтәй, киләсәк быуындар өсөн уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү беҙҙең бурыс булып тора. Был һәйкәл таш ҡына түгел, ә беҙҙең рәхмәт билдәһе. Һәйкәл Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығын хөрмәт итеү урынына, балаларыбыҙҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мотлаҡ мөһим объектҡа әүерелер тип ышанам», — тип яҙа Азат Ишемғолов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.