Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
12 Июль 2025, 06:05

Бәхил бул, Кинйәғол ағай...

Белорет районының Собханғол (Урман Рәүәт) ауылында ярты быуаттан ашыу бер үҙе генә йәшәгән Кинйәғол Зымран улы Сәлимгәрәев вафат булып ҡалған.

Бәхил бул, Кинйәғол ағай...Бәхил бул, Кинйәғол ағай...
Бәхил бул, Кинйәғол ағай...

Белорет районының Собханғол (Урман Рәүәт) ауылында ярты быуаттан ашыу бер үҙе генә йәшәгән Кинйәғол Зымран улы Сәлимгәрәев вафат булып ҡалған. Был хаҡта яҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов хәбәр итте.

Ул илле йылдан ашыу бер үҙе генә төпкөл ауылды донъя көтә. Өлкән йәштә булһа ла картуфын да ултырта, баҡса ла үҫтерә, бал ҡорттары ла тота. Уны яҡташтары данлы һунарсы итеп тә белә - 80-гә яҡын айыу алған.

Ул әрмелә саҡта бер тапҡыр табипҡа күренгән, шунан бирле медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итмәгән. Ауырығанда иһә үләндәр менән дауаланған, сәләмәт тормош рәүешен алып барған..

Бер генә ынтылыш булһа ла, уның ғаиләһе булмаған: 2000 йылдарҙа уға Учалынан бер ҡатын килгән, әммә тиҙҙән китеп, кире әйләнеп ҡайтмай.

"Йәшәргә яратам. Үлергә теләмәйем, - тип әйтә ине ул интервьюларының береһендә.

Автор:
Читайте нас