+22 °С
Ямғыр


1973 йылда Салауат районының Нәсибаш ауылында йәшәүсе биш балалы Закировтар ғаиләһендә өс игеҙәк донъяға килә. Туғандары, ауылдаштары бәләкәс балаларҙы ҡарарға ярҙам итәләр. "Һигеҙ баланы аяҡҡа баҫтырыуы ауыр булыр. Игеҙәктәрҙе балалар йортона бирегеҙ", - тип кәңәш итеүселәр ҙә табыла. Тик ата-әсәләре быға ҡолаҡ һалмай, балаларына матур тәрбиә биреп оло тормош юлына баҫтыралар.
Бөгөнгө көндә Гөлназ Урмансы ауылына кейәүгә сыҡҡан, үҙе биш ҡыҙға әсәй. Гөлшат - Лаҡлыла, Гөлнур Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында йәшәй. Улар ҙа ҡыҙҙар үҫтерә. "Үҙебеҙҙең игеҙәктәр тыуманы. Бәлки, ейән-ейәнсәрҙәр араһында игеҙәктәр булыр", - тиҙәр.