+24 °С
Ямғыр


Күршеләребеҙҙә - Татарстанда, ун алты йәше тулмаған үҫмерҙәргә заправкаларҙа яғыулыҡ һатылырға тейеш түгел, тигән яңы закон ҡабул ителгән. Үҫмерҙәргә бәйле аварияларҙың көндән-көн артыу сәбәпле, беҙҙә лә ваҡытында закондар ҡабул ителһә, яҡшы булыр ине.
Тик был яңылыҡҡа бәйле, халыҡтың фекере икегә бүленгән. Берәүҙәр, күршеләрҙә ҡабул ителгән яңы законды хуплай. Икенселәре, балаларҙы енәйәтселеккә етәрәсәкһегеҙ, ти. Уларҙың уйынса, яғыулыҡ һатылмаған хәлдә, үҫмерҙәр урлаша башлаясаҡ.
Фото интернеттан алынды.