Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Июль 2025, 17:55

Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!

Тормошомдо был факультетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бында мин үҙ хыялдарымды шулай уҡ ашыра алам, теләйһең икән йырсы йәки бейеүсе булырға, бында һине йырлаталар ҙа, бейетәләр ҙә. Бөтә актуаль һөнәрҙәрҙә үҙеңде һынап алырға мөмкинлек бар, сөнки бында һин фотограф булып та йөрөй алаһың, яҙыусы ла, саралар алып барыусы, актер, шағир һ.б. Сөнки беҙҙең факультет бик тырыш, заманса идеялар менән йәшәп тора! Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына уҡырға саҡырабыҙ. 

Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!
Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!

Киләсәк тормошҡа старт ала

Ғүмерҙең иң матур мәле ул студент йылдары! Кемдер был осорҙо күңелле мәл, кемдер түҡтауһыҙ уҡыу, кемдер бер ыҙа, кемдер еңел генә автомат алып уҡыу, тип  күҙ алдына килтерә. Барыһы ла була был мәлдә: күңелле осрашыуҙар, яңы танышлыҡтар, уҡыу менән бәйле йоҡоһоҙ төндәр, ыҙаланып зачет-имтихандар тапшырыу, автомат алып шатланыу. Студент көҙө («Алло, таланттар эҙләйбеҙ»), Студент яҙы кеүек матурлыҡ, батырлыҡ, оҫталыҡ ярыштары, «Йәшлек. Прогресс. Фән» фәнни фестивале, «Йәш журналист», «Ғилем» кеүек республика конкурстарында студенттарыбыҙ ихлас ҡатнаша. Тап уларҙың елкәһенә сценарий яҙыу, бейеү-йыр һайлап, репетициялар үткәреү, костюмдар артынан йөрөү һәм башҡаһы төшә. Тамсы тама-тама таш тишә. Тырыша торғас уҡыу алдынғыһы, киләсәккә киң ҡарашлы шәхес. сәхнәләрҙе яулаған йондоҙ, яҡшы спортсы булып китәләр. Ҡыҫҡаһы, оло тормош юлына баҫҡанда старт ала. Донъяға ҡараштары төрлө, ҡыҙыҡ, фәһемле уларҙың. Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетын бөгөн-иртәгә тамамларға торған сығарылы һәм уҡыу уртаһына еткән 3 курс  студенттарының фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

– Киләсәктә уҡытыусы булһағыҙ, һеҙ белем биреү өлкәһендә нимә үҙгәртер инегеҙ?

Марсель Нурасов, факультеттың 2022-2025 йылдарҙағы координаторы, сығарылыш студенты:

– Әгәр мин киләсәктә мәктәптә уҡытыусы булһам, мин иң беренсе сиратта уҡытыу алымдарын үҙгәртер инем. Белем биреүҙе ҡыҙыҡлыраҡ һәм практик яҡтан файҙалыраҡ итергә тырышыр инем. Теорияны өйрәнеү менән бер рәттән, төрлө проекттар эшләргә, экскурсияларға йөрөргә һәм тормошта осраған проблемаларҙы сисергә өйрәтер инем. Шулай уҡ, һәр баланың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, шәхси белем биреү программаһын төҙөргә тырышыр инем. Технологияларҙы әүҙем ҡулланып, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итергә, мәғлүмәтте табыу һәм эшкәртеү алымдарын өйрәтергә кәрәк, тип уйлайым. Һәм, әлбиттә, уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү һәм уларға лайыҡлы эш хаҡы түләү – иң мөһим шарттарҙың береһе, минең уйымса.

Розалина Сөләймәнова, уҡыу алдынғыһы, маҡсатлы йүнәлтмә менән туған мәктәбенә эшләргә ҡайтасаҡ сығарылыш студенты:

–       Минеңсә, ата-әсәләр һәм мәктәп араһында бәйләнеште нығытырға кәрәк, улар балаларын уҡытыуҙа әүҙем ҡатнаша алһын өсөн.  Уҡыу планына командала эшләү, эмпатия һәм хис-тойғолар менән идара итеү кеүек социаль һәм эмоциональ күнекмәләрҙе үҫтереүҙе индерергә кәрәк, тип фекер йөрөтәм.

Булат Байғусҡаров, студактив ағзаһы, «5 копеек/ 5тин» КВН командаһы ағзаһы:

– Дәрестәрҙе үткәреүгә ҡарашты үҙгәртер инем, сөнки уҡыусы балалар һәр береһе парта артында ултырыуҙан арый, дәрестәрҙе әүҙемерәк формала үткәрергә мөмкинлек биреүсе алымдар уйлап табыр, ҡулланыр инем.

Диана Әхмәтова, 3 курс студенты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығының стипендиаты:

– Минең хыялдарымда яҡшы уҡытыусы – ул үҙенең эшен, балаларҙы һөйгән яуаплы кеше. Уҡытыусы менән уҡыусы араһында ышаныс,бер- береһен аңлау булырға тейеш. Уҡытыусы үҙ эшен "билдә" өсөн генә эшләмәй, уҡыусыға ысын белем биреп, ваҡытты дәрестә һуҙып, бушҡа үткәрмәһә, минеңсә, – был бик шәп күренеш. Сөнки беҙҙең ҡулыбыҙҙа ошо уҡыусыларҙың киләсәге. Әлбиттә, уҡытыусыларға төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк. Бөтә эште уларға өйөп,  башҡартыу дөрөҫ түгел!

Фидәлиә Әхмәтйәнова, «Алтын йөрәк» ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе:

–       Миңә хәҙер мәғарифта яңы технологиялар һәм программалар индереү буйынса күп реформалар үткәрелеүе оҡшай. Мин был тенденцияның уҡытыусыларға уҡытыу өсөн яңы ысулдар һәм алымдар уйлап табырға ярҙам иткәнсә үҫешеүен теләр инем. 21 быуат – ул технологиялар һәм алға китеш быуаты, шуға күрә мин уларҙы белем биреү процесына күберәк индерергә кәрәк.

Миләүшә Рәхимова:

– Әгәр мин мәктәптә нимәнелер үҙгәртә алһам, һәр уҡыусыға индивидуаль ҡарашҡа иғтибар итер, уҡыуҙы мауыҡтырғыс һәм файҙалыраҡ итеү өсөн театр сәнғәте менән күберәк проекттар һәм практик дәрестәр индерер инем.

Һеҙ буласаҡ атай һәм әсәйҙәр. Ғаилә тормошоғоҙҙа ниндәй урын алып тора?

Марсель: Минең өсөн ғаилә – ул иң яҡын кешеләр, мине һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итергә әҙер торған урын. Ғаилә – ул минең таянысым, көсөм һәм шатлығым. Унда мине ниндәй генә булһам да яраталар һәм ҡабул итәләр. Ғаилә ул тарихымдың, мәҙәниәтемдең бер өлөшө, быуындар араһындағы бәйләнеш. Улар менән бергә үткәргән ваҡыт – иң ҡәҙерлеһе.

Розалина: Ғаилә – ул ярҙам, мөхәббәт, хәстәрлек сығанағы, ҡиммәттәр, традициялар һәм мәҙәни нормалар формалашҡан урын.

Булат: Ғаилә – ул тормош нигеҙе, бәхет, мөхәббәт һәм ярҙам сығанағы, шулай уҡ беҙ кеше булырға өйрәнгән урын.

Диана: Ғаилә ул - ҙур бәхет. Туғандарыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк. Кешегә был донъяла бер үҙенә йәшәүе бик ҡыйын һәм уны тиҙ һындырырға мөмкин. Шуға күрә яҡындарының менән асыуланып, талашып йөрөү бик насар. Һәр бер кешенең үҙ холҡо,үҙ тормошка ҡарашы бар һәм шуны аңлап йәшәргә кәрәк. Үҙеңде өҫкә ҡуймай туғандарың ,яҡындарың менән татыу йәшәргә кәрәк, сөнки ғүмер бөтәбеҙгә бер бирелгән!

Фидәлиә: Ғаилә – өсөн бик яҡын кешеләр, улар һәр ваҡыт эргәлә. Улар һәр ваҡыт ярҙам итәсәк һәм кәрәк булһа ла, булмаһа ла, ярҙам итәсәк. Билдәле бер мәлдә ғаилә булып, бәлки, ҡан ҡәрҙәшлеге булмаған, әммә рух буйынса яҡын кешеләр була ала. Йәш саҡ бер генә була, тап йәшлектә дуҫлашабыҙ, тәүге мөхәббәт хистәре уяна.

Миләүшә: Ғаилә-ул терәк, ярҙам һәм мөхәббәт һәм аңлау хакимлыҡ иткән урын. Улар шатлыҡ һәм ауырлыҡтар менән уртаҡлашырға мөмкин булған һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған кешеләр.

– Ә бына дуҫлыҡ менән мөхәббәт бер-береһенән нисек айырыла?

Марсель: Дуҫлыҡ – ул уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарға, ярҙамға һәм бер-береңде ихтирам итеүгә нигеҙләнгән яҡынлыҡ. Мөхәббәт, быларҙан тыш, романтик хистәр, тартылыу һәм бер-береңә ҡарата бик яҡын ҡыҙыҡһыныу менән дә айырылып тора. Егет менән ҡыҙҙы магнит кеүек тарта ул мөхәббәт.

Розалина: Мөхәббәт ғаилә ҡороу һәм бергә йәшәү кеүек уртаҡ маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала. Дуҫлыҡ иһә бергә ваҡыт үткәреүгә, ҡыҫҡа ваҡытлы маҡсаттарҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Булат: Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт...  Уларҙың айырмаларын ваҡыт үтеү менән генә билдәләргә мөмкин, минеңсә.

Диана: Минең өсөн был төшөнсәләр әллә ни ҙур әһәмиәт бирмәй.

Фидәлиә: Был ике тойғо ла бик яҡты. Минең өсөн дуҫлыҡ – ул уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар һәм аралашыу, бөтөнләй төрлө кешеләрҙе берләштергән айырым бәйләнеш. Ә мөхәббәт – ул кеше мөнәсәбәттәрҙә булған бөтә тойғоларҙың йыйылмаһы. Яратҡан кешең өсөн һин үҙгәрергә һәм камиллашырға әҙерһең! Минеңсә, был уларҙың айырмаһы.

Миләүшә: Мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тәрән хистәр һәм һөйөү кимәле менән айырылып тора. Мөхәббәт йыш ҡына романтик тойғоларҙы һәм көслө эмоциональ бәйләнеште үҙ эсенә ала, ә дуҫлыҡ ышаныс, ярҙам, үҙ-ара аңлашыу һәм уртаҡ мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән, әммә романтик компонентһыҙ.

– Беҙҙең башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына уҡырға килмәһәгеҙ, ниндәй һөнәргә уҡыр инегеҙ?

Марсель: Ашнаҡсы, сөнки бала саҡтан тәмле бешерәм, мин ғаиләлә баш бала, кешеләрҙе ашатырға, һыйларға яратам.Яҙмыш мине ошо факультетҡа килтерҙе, рәхмәтлемен уға!

Розалина: Факультетҡа уҡырға инә алмаһам, моғайын, мин психологҡа уҡырға барыр барыр инем, кешенең ҡылыҡтарын һәм хис-тойғоларын өйрәнеү үҙемде һәм башҡаларҙы аңлау өсөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс һанайым.

Булат: Актерлыҡ оҫталығына уҡырға инер инем, сәхнә мине, мин сәхнәне яратам.

Диана: Тормошомдо был факультетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бында мин үҙ хыялдарымды шулай уҡ ашыра алам, теләйһең икән йырсы йәки бейеүсе булырға, бында һине йырлаталар ҙа, бейетәләр ҙә. Бөтә актуаль һөнәрҙәрҙә үҙеңде һынап алырға мөмкинлек бар, сөнки бында һин фотограф булып та йөрөй алаһың, яҙыусы ла, саралар алып барыусы, актер, шағир һ.б. Сөнки беҙҙең факультет бик тырыш, заманса идеялар менән йәшәп тора!

Фидәлиә: Балалар менән эшләргә бик яратам, һәм, минеңсә, әгәр мин уҡытыусы булып эшләмәһәм, ошо факультетҡа уҡырға инмәһәм... барыбер ошо өлкәгә яҡынында эшләр инем: йәштәр сәйәсәтендә, аниматор, режиссер һ.б.

         Миләүшә: Медицина буйынса китер инем. Фармацевт һөнәре лә күңелемә яҡын.

Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!
Стәрлетамаҡ уҡырға саҡыра!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас