Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
16 Июль 2025, 17:33

Шайморатов миҙалына лайыҡ булыған!

Яугирға юғары награданы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы.  

Шайморатов миҙалына лайыҡ булыған!Шайморатов миҙалына лайыҡ булыған!
Шайморатов миҙалына лайыҡ булыған!

Яугирға юғары награданы Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы.

"Шамил" ҡушаматлы яугир — күп балалы атай һәм ауыл биләмәһе башлығы. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткәрҙең тормошо илһөйәрлек өлгөһө һәм һабағы булып тора. "Шамил" һөйләмәй, ә эшләй. Үҙенең тормошо, эше һәм хеҙмәте менән ул Ватан мәнфәғәттәрен яҡлау — һәр ысын гражданиндың изге бурысы икәнен күрһәтә. Рух көсө, маҡсаттың аныҡлығы һәм тыйнаҡлығы — „Шамил“кеүек ысын геройҙарҙы айырып торған нәмә. Уға, уның ғаиләһенә сыҙамлығы һәм бурысына тоғролоғо өсөн түбәнһетеп баш эйәм», — тип яҙҙы Фәнүр Шәйхисламов үҙенең социаль селтәрендә.

Фото: "Архангельский вестник".

 

Автор:
Читайте нас